Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
19 Декабрь 2017, 11:36

Эт йылын ҡаршылап

Урамда берәй ҙур ғына дүрт аяҡлы дуҫты осратһаҡ, ат ҡәҙәр эт күрҙем, тип һөйләргә яратабыҙ.

Урамда берәй ҙур ғына дүрт аяҡлы дуҫты осратһаҡ, ат ҡәҙәр эт күрҙем, тип һөйләргә яратабыҙ.

Бына Америкала йәшәүсе Джордж исемле йорт һаҡсыһына тап булһаҡ, нимә менән сағыштырыр инек икән, сөнки ул, ысынлап та, аттан бер ҙә ҡалышмай.

Аризона штатында йәшәгән дүрт йәшлек эттең буйы (танауынан алып ҡойроҡ осона тиклем оҙонлоғо) - 221 сантиметр. Тимәк, аяғүрә баҫһа, донъяның иң бейек кешеһенән дә аша ҡарап торасаҡ. Тәпәйе иһә - 110 сантиметр. Ауырлығы ла буйынан ҡалышмай икән дог тоҡомло был эттең - 110 килограмм!

Донъяның рекордтар китабына ингән хайуандың хужаһы булыуы үҙе ғорурлыҡтыр ҙа ул, тик бына бәһлеүәндең тамағын да туйҙырырға кәрәк бит әле. Ғөмүмән, аҙмы-күпме, айына 50 килограмм ризыҡты йәлп иттереп ҡуя, ти, Джордж.Әйткәндәй, кәүҙәһенең ҙурлығына ҡарамаҫтан, бик йыуаш икән ул.


Читайте нас: