газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
15 Декабрь 2017, 12:35

Сәйҙең файҙаһы күп

Бөгөн Халыҡ-ара Сәй көнө билдәләнә. Шул уңайҙан ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп китмәксебеҙ.

Бөгөн Халыҡ-ара Сәй көнө билдәләнә. Шул уңайҙан ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биреп китмәксебеҙ.

Сәйҙә барлыҡ витаминдар ҙа бар тиерлек. Белгестәр әйтеүенсә, хатта сәйҙең туҙанында ла витаминдар һаҡлана. Ә калорияһы бойҙай икмәгенә ҡарағанда 25 тапҡырға артыҡ. Әммә сәй дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙалы, юғиһә уның ағыуға ла әйләнеүе ихтимал.

* Сәй бешереү өсөн яңы ғына ағыҙылған һыу кәрәк. Икенсе тапҡыр ҡайнатылған һыуҙа сәй бер ваҡытта ла тәмле бешмәйәсәк.

* Фарфор сәйнүк ҡулланыу отошло. Металл сәйнүктә сәйҙең төҫө китә, ят тәм керә.

* Бешерелгән сәй 4 - 5 сәғәттән һуң бөтә файҙалы матдәләрен юғалта.

* Сәйнүкте ике тапҡыр ҡайнар һыу менән сайҡатырға. Сәй һалып, ҡайнар һыу һалырға, таҫтамал менән ҡаплап, 5-6 минут томаларға.

* Һөтлө сәйгә килгәндә, башта ҡуйы сәй, унан һуң йылы һөт һалалар һәм ҡайнар һыу ағыҙалар.
Читайте нас: