Үгәй әсә матур, аҡыллы, изге күңелле ҡыҙын юҡ итергә теләгән. Бер мәл ҡыҙыҡай йылғаға һыу инергә киткәс, ул өс тәлмәрйенде тотоп алған да, үҙенең әмерен биргән:
- Һин, һоро тәлмәрйен, уның башына һикер, әйҙә, аңра булып ҡалһын!
- Ә һин битен тырна! Йәмһеҙ, шаҙраға әүерелһен! - Йәшел тәлмәрйенгә шундай фарман яңғыраған.
- Уның йөрәгенә ҡағыл, һинең ағыуың изге күңеллелеген үлтерһен. Әйҙә, яуыз, йәмһеҙ булһын. Бөтә кешеләр уны күрә алмаһын! - тигән өсөнсөһөнә.
Тәлмәрйендәр ҡатын әйткәнсә эшләргә тырышыуы була, барыһы ла матур роза сәскәләренә әүерелә һәм йылға буйлап йөҙөп китә. Ҡыҙ уларға һоҡланыуҙан таң ҡала:
- Ниндәй матур сәскәләр! Моғайын, ҡыҙыл розаны - төн батшалығы, ә ағын - ай нурҙары, ә алһыуын ҡояштың тәүге нурҙары бүләк иткәндер.
Таҙа күңеле менән уҫаллыҡты, яуызлыҡты мөғжизәле сәскәләргә әйләндереүе ҡыҙыҡайҙың башына ла килмәгән.