газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
5 Декабрь 2017, 10:45

Ҡайҙа булды эшләпәң?..

Студент саҡ, ғинуар айы. Ял көнө ауылға ҡайтып, кисен әхирәттәрем менән клубҡа сығырға әҙерләнеп йөрөйөм. Биҙәнеп-төҙәнеп алғандан һуң урамға ашыҡтыҡ. Әсәйем бәләкәй балаға әйткән кеүек:

Студент саҡ, ғинуар айы. Ял көнө ауылға ҡайтып, кисен әхирәттәрем менән клубҡа сығырға әҙерләнеп йөрөйөм. Биҙәнеп-төҙәнеп алғандан һуң урамға ашыҡтыҡ. Әсәйем бәләкәй балаға әйткән кеүек:

- Башыңа тиҙ генә кей әле, - тип ҡулға шапканы тотторҙо. Әрләшеп тормаҫ өсөн уны кейгән булдым да, аҙаҡ ярты юлда шапканы куртка кеҫәһенә һалып алдым. Йәнәһе “прическаны” боҙмайым.

Дискотека тамамлан-ғас, ҡыҙҙар менән урамды бер нисә тапҡыр ҡыҙырғандан һуң, ҡайтырға сыҡтыҡ. Өйгә етер алдынан шапканы кейеп инергә кәрәк бит инде, әммә кеҫәләрҙе күпме генә тентеһәм дә тапманым. Әсәй ғәҙәттәгесә йоҡла-майынса, минең ҡайтыуҙы көтөп ултырған. Өйгә инеүем булды, ялан баш икәнемде күреп тә ҡалды, әрләй ҙә башланы.

Шулай йоҡлап киткәнмен. Иртән йоҡоно туйҙырып тороуыма, әсәйем тағы ла тиргәшә башламаһынмы.

- Ниңә шәпкәң һарай башында, бесән араһында ята ул, унда төндә нишләп йөрөнөң? - тип тағы ла нығыраҡ әрләне.

Мин үҙем аптырайым, нисек улай килеп сыҡты әле ул тип.

Мине һәр ваҡыт Линда исемле этем оҙатып йөрөй. Аҙаҡ белеүемсә, ул юлда төшөп ҡалған эшләпәмде, алып ҡайтып киткән һәм уны яратҡан урыны - һарай башына һалып ҡуйған. Бынан һуң да ул бер нисә тапҡыр шулай ҡустыларымдың бирсәткә, шарфтарын һарай башына йәшергән әле.


Читайте нас: