газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
28 Ноябрь 2017, 15:23

Миңә Бәхет килде!

Бер кешенең өйөнә Бәхет килә. Шатлығы эсенә һыймаған кеше өйөндә генә ултырып сыҙай алмай, Бәхете тураһында бар ғаләмгә белдерергә теләп, донъя ҡыҙырып сығып китә.

Бер кешенең өйөнә Бәхет килә. Шатлығы эсенә һыймаған кеше өйөндә генә ултырып сыҙай алмай, Бәхете тураһында бар ғаләмгә белдерергә теләп, донъя ҡыҙырып сығып китә.

«Миңә Бәхет килде, Бәхет килде!» - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп йөрөй-йөрөй ҙә, тынысланғас, тирә-яғын байҡап, Бәхетен эҙләй. Ләкин таба алмай. Хужаһы сабып йөрөгәндә, Бәхете артта тороп ҡала ла, аҙаша. Хәҙер инде был кеше үтелгән юлынан артҡа табан йүгерә, ләкин Бәхетен яңынан осрата алмай. Ул үҙенең ниндәй ҙур хата эшләгәнен аңлап, илай башлай.

Шул саҡ кеше эргәһенә бер аҡһаҡал килә һәм:

- Бәхетеңдән алда йүгерһәң, уның артта тороп ҡаласағын белмәнеңме ни?..- ти. - Бәхетең менән йәнәш барырға кәрәклеген, шул саҡта ғына ул һинән ҡалышмаясаҡ һәм юғалмаясаҡ икәнен белмәнеңме ни?.. Башыңа төшкән ҡайғы тураһында ҡысҡырырға мөмкин, ләкин шатлыҡты шым ғына кисереү кәрәк, сөнки донъяла көнсөл кешеләр бик күп. Кешеләрҙең башҡалар ҡайғыһына иҫе китмәй, сөнки ҡайғылар уларҙың үҙҙәрендә лә етерлек. Ә башҡалар шатлығы һәр саҡ кемдеңдер күҙен ҡыҙҙыра. Шатлыҡ, бәхет менән уртаҡлашыу йыш ҡына уларҙың юҡҡа сығыуына ла килтерә. Шуға ла, кемдәрҙер ишетһен һәм ярҙам итһен өсөн ҡайғыларың тураһында ҡысҡырырға була, ә бына алып китмәһендәр өсөн шатлыҡты шым кисерергә кәрәк...


Читайте нас: