фат тормошта уңышҡа, бәхеткә ирешергә ярҙам итә.
1. Үҙегеҙҙе нисек бар, шулай яҡшы тояһығыҙмы? («Эйе» - 5, «юҡ» - 0).
2. Һеҙҙе уңышһыҙлыҡтар һағалай тип иҫәпләйһегеҙме? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
3. Кеше фекеренә йыш ҡолаҡ һалаһығыҙмы? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
4. Һеҙҙең кеүек хәлдә ҡалған кешеләрҙең миҫалына күҙ һалаһығыҙмы? «Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
5. Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа һеҙҙе маҡтаһалар, уңайһыҙланаһығыҙмы? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
6. Оҙаҡ ваҡыт яңғыҙлыҡҡа сыҙай алаһығыҙмы? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
7. Матди хәлегеҙ менән күңел тыныслығы араһында туранан-тура бәйләнеш һиҙәһегеҙме? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
8. Күңелегеҙҙә бына хәҙер ниндәйҙер насар нәмә булыр, тигән хәүеф йыш тыуамы? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5).
9. Башҡаларға хис-тойғоларығыҙҙы белдереү ҡыйынмы? («Эйе» - 0, «юҡ» - 5)
10. Йәмәғәтселек фекеренә ҡаршы тора, йәғни башҡалар «ҡара» тип раҫлағанды «аҡ» тип раҫлай алаһығыҙмы? («Эйе» - 5, «юҡ» - 0).
35-тән 50-гә тиклем. Һеҙ үҙегеҙҙе ярата-һығыҙ. Был тормошта уңышҡа ирешергә ярҙам итә. Башҡаларҙың ыңғай яҡтарын баһалай һәм уларҙың уңыштарына ҡыуаныу кеүек сифат та хас. Һеҙ кешегә кәрәкле булыуығыҙға һәм тормоштоң мәғәнәһенә ышанаһығыҙ.
15-тән 35-кә тиклем. Үҙегеҙҙе ярата-һығыҙмы, быны әйтеүе ҡыйын. Был бер үк ваҡытта яҡшы ла, насар ҙа. Бер яҡтан, үҙегеҙҙең «бушаҡ» яғығыҙға күп иғтибар биреп, мөмкинлектәрҙе файҙаланмайһығыҙ. Икенсенән, һеҙҙә үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу тигән сифат юҡ. Асыҡ, изге күңелле була алаһығыҙ, шулай уҡ, уҫал да, артыҡ аралашып бармаусан да була беләһегеҙ.
0-дән 15 мәрәйгә тиклем. Һеҙ, күрәһең, үҙегеҙҙе бөтөнләй яратмайһығыҙ. Хатта үҙегеҙҙе күрә алмаған минуттарығыҙ ҙа була. Гел генә бына-бына ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булыр кеүек тойола. Шул рәүешле, алдан уҡ үҙегеҙҙе күңелһеҙ хәлдәргә әҙерләп, уларҙы тартып тораһығыҙ. Ныҡлы уйланырға һәм кисекмәҫтән тормошоғоҙҙо, үҙегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк.