газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
28 Май 2021, 10:50

Яҡындары өсөн ғорурлыҡ

9 майҙа илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙең төп майҙанында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап парад уҙҙы. Унда Салауат ҡалаһынан әлеге ваҡытта хәрби бурыстарын үтәп йөрөүсе егеттәребеҙҙең дә ҡатнашыуы билдәле булды. Һүҙебеҙ - улар хаҡында.Александр Инякин 2020 йылдың ноябрь айында Рәсәй армияһы сафына алына.

9 майҙа илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙең төп майҙанында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап парад уҙҙы. Унда Салауат ҡалаһынан әлеге ваҡытта хәрби бурыстарын үтәп йөрөүсе егеттәребеҙҙең дә ҡатнашыуы билдәле булды. Һүҙебеҙ - улар хаҡында.
Александр Инякин 2020 йылдың ноябрь айында Рәсәй армияһы сафына алына.
Ул ваҡытта егет бер нисә айҙан Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған парадта ҡатнашыр һәм Ҡыҙыл майҙан буйлап сафта үтер тип уйламай ҙа. Еңеү парадын үҙәк телеканалдары аша тура трансляция алып барғанда беҙҙең ҡала егетенең йөҙөн яҡындан күрһәтәләр.
9 май байрамынан һуң 21 йәшлек өлкән атыусы булып мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәтен дауам итә, уға дембелгә тиклем 6 ай бар. Парадтың репетициялары һәм Александрҙың тәьҫораттары хаҡында уның әсәһе Рәйлә Инякина һөйләй.
- Рәсәйҙәге күп ғаиләләр кеүек, беҙҙең ғаиләгә лә Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмай ҡалмай. Сашаның ҡарт олатаһының береһе, Василий Иванович Ульченко фронтта һәләк була, ә минең яҡтан ҡарт олатаһы Исламғәли Ҡорбанғәлиев бөтә һуғыш юлын үтеп тыуған еренә әйләнеп ҡайта һәм 1961 йылда вафат була. Ҡарт өләсәһе Александра Яковлевна Ульченко тыл ветераны була һәм 12 бала тәрбиәләп үҫтерә. Александрға исемде уның иҫтәлегенә ҡуштыҡ, тип һөйләй Рәйлә Инякина. - Хеҙмәткә киткәнсе ул юридик факультеттың өс курсын тамамлап өлгөрҙө, ә пандемия башланғас барыһын да дистанцион уҡытыуға күсерҙеләр, шуға ул ваҡытты юҡҡа сарыф итмәй, академик отпуск алып армияға барырға ҡарар итте. Парадта ҡатнашасағы хаҡында Саша үҙе телефон аша хәбәр итте. Уны башта алмайҙар, әммә улыбыҙ маҡсатлы кеше, ул да парадта ҡатнашыуға лайыҡлы икәнен иҫбатлай ала. Һәм февралдән алып көн һайын парадҡа әҙерлек һәм репетициялар башлана.
Рәйлә Инякина һөйләүенсә, парадҡа әҙерлек бик етди бара. Физик әҙерлек өсөн Саша атаһына рәхмәтле, сөнки тап ул улын “Дмитрий Донской” клубына кикбоксинг менән шөғөлләнергә алып килә. Һигеҙ йыл буйына күнекмәләр үтеүе һөҙөмтәһендә ул беренсе өлкәндәр разряды ала. Саша ҡустыһы өсөн өлгө булып тора, ул да ағаһы юлын һайлап кикбоксинг менән шөғөлләнә.
- Ирем дә, мин дә малай кешеләргә спорт кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Александр үҙе яҡшы физик торошта хеҙмәт итергә китеүенә шат, ошоһоҙ армияла ҡатмарлы булыр ине, - ти Рәйлә Инякина.
Александрҙың яҡындары парадтың трансляцияһын өйҙә бөтә ғаилә менән бергә ҡарай. Хатта ҡала парадына ла сыҡмайҙар. Тура эфирҙа күрһәтелгән парад барышында оператор камераһының объективына Александр эләгә.
- Ирем менән телевизор аша улыбыҙҙың йөҙөн эре планда күргәс, шатлыҡтан һикереп торҙоҡ. Уны күрербеҙ тип көтмәгәйнек. Һуңынан Сашаның ике туған апаһы парадтың видеоһын ебәрҙе. Уны беҙ туғандарыбыҙға тараттыҡ, бөтәһе лә шат, - тип тәьҫораттары менән бүлешә әсәй кеше.
Сашаға тантаналы рәүештә “Парадта ҡатнашыуы өсөн” тигән миҙал тапшырыла. Александр ҙа ошондай мөһим сарала ҡатнашыуынан бик ҡәнәғәт, ә яҡындары уның менән ғорурлана.
Читайте нас: