Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
28 Май 2021, 10:50

Һәр уңышы әсә өсөн оло бәхет

9 майҙа тағы ла бер әсәнең йөрәге айырыуса тулҡынланыу менән тибә, ә күҙҙәре телевидение аша тура эфирҙа барған парадта марш менән үтеүселәрҙе ныҡлап күҙәтә. Сөнки Гөлгөнә Кинйәбаева Ю. В. Андропов исемендәге Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Кантемир 4-се гвардия танк дивизияһы составында уның улы Айнур Ибраһимовтың да үтәсәген белә.

Айнур 4-се мәктәпте, Салауат индустриаль колледжын яҡшы билдәләргә генә тамамлай, ӨДНТУ-ның Салауат филиалына уҡырға инә. 2020 йылдың 4 ноябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
- Ағайымдан бер ваҡытта ла армияға ҡарата кире фекерҙәр ишетмәнем, уның һәр ваҡытта үҙенең тиҫтерҙәре кеүек үк хеҙмәт иткеһе килде, - тип һөйләй Айнурҙың ике туған һеңлеһе Зөлфиә Тажетдинова.
Айнур - бик баҫалҡы егет, шуға күрә лә үҙенең тормошонда шундай әһәмиәтле сараға әҙерләнеүе хаҡында тик әсәһенә генә һөйләй.
- Әлбиттә, бик шатландым, хатта күҙҙәр шатлыҡ йәштәренә лә тулды, әммә уларҙы улыма һиҙҙертмәҫкә тырыштым, - тип ихлас һөйләй Гөлгөнә Рәсүл ҡыҙы.
Ҡыҙыл майҙандағы 2021 йыл парадын Айнурҙың туғандары яҙҙырып алған һәм уны яҡты иҫтәлек итеп һаҡлаясаҡ. Әйткәндәй, егеттең үҙенә парадтың иҫтәлеге итеп миҙал бүләк иткәндәр. Әсәһе улын бер үҙе үҫтергән, аҡыллы, изге күңелле, ғәҙел балаһының һәр уңышы әсә өсөн оло бәхет, ҙур шатлыҡ.
- Беҙ хатта Айнурҙы маршта барыусы колоннанан күрҙек. Уның менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ, - тип шатлана яҡындары.
Оҙаҡламай Айнур хеҙмәтен тултырып тыуған Салауат ҡалаһына әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә Парад хаҡындағы иҫтәлек егеттең һәм уның яҡындарының күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.
Читайте нас: