газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Май 2021, 13:10

Зирәклек һәм тапҡырлыҡ күрһәтеп

”Берҙәм Рәсәй” партияһын 1 майҙан 28-енә тиклем Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған интеллектуаль уйындар уҙғара.

”Берҙәм Рәсәй” партияһын 1 майҙан 28-енә тиклем Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған интеллектуаль уйындар уҙғара.
Шуларҙың береһе 19 майҙа ҡала үҙәк китапханаһында үтте. Унда Салауат медицина колледжы студенттары ҡатнашты. Улар “Небесный тихоход”, “Катюша”, “Т-34”, “Максим” конмандаларына бүленеп ярышты. Атамалары ла осраҡлы һайланмаған, сөнки уйындың төп темаһы - һуғыш. Зирәклек һәм тәүәккәллек күрһәтеп, студенттар, өс раундты ла уңышлы үтте. Һөҙөмтәлә, иң күп мәрәй йыйып, “Небесный тихоход” командаһы еңеү яуланы, уларҙан бер генә мәрәйгә ҡалышып “Катюша” икенсе урынды яуланы, “Т-34” өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды. Уларҙың барыһына ла дипломдар тапшырылды.
Еңеүселәр билдәләүенсә, һорауҙарға яуап биреүе әллә ни ҡыйын булмаған.
- Беҙ 1-се курсты тамамлайбыҙ. Колледжда тарихтан Бөйөк Ватан һуғышы темаһын үткәнгә еңел булғандыр, тип уйлайбыҙ. Командала бергәләп, фекер алышып эшләү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Шулай ҙа белмәгәнерәк һорауҙар ҙа осраны. Үҙебеҙ өсөн яңы факттар астыҡ, - ти отҡор ҡыҙҙар.
- Йәш быуын был шанлы йылдар тураһында оноторға тейеш түгел. Бының өсөн беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә бурыслы. Шуның өсөн ошондай уйындар бик файҙалы һәм кәрәкле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, - ти алып барыусы, үҙәк ҡала китапханаһының уҡыу залы бүлеге мөдире Наталья Голенастова.
Читайте нас: