газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Май 2021, 13:15

Һынатмайҙар үҙҙәре, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләре

Апрель аҙағында Өфө ҡалаһында Фудокан каратэ-до буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы.

Апрель аҙағында Өфө ҡалаһында Фудокан каратэ-до буйынса асыҡ республика турниры уҙҙы.
Унда Фудокан каратэ-до стиленә нигеҙ һалыусы Илия Йорганың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Салауат ҡалаһының “Цунами” традицион каратэ буйынса балалар клубы тәрбиәләнеүселәре тренерҙары Марат Әйүпов етәкселегендә уңышлы сығыш яһап, унан 34 миҙал, кубоктар һәм дипломдар алып ҡайтты. Команданың үҙенә өҫтәмә рәүештә ҙур кубок тапшырылды. Шулай уҡ күнекмә семинары һәм квалификация имтихандары үтә. Биш тәрбиәләнеүсе ҡара билбауға имтихан тапшырҙы. Богдан Кирилловтың, Артем Моренконың, Максим Михайловтың, Ярослав Ралконың - 1-се дан, Камил Мирғәләүетдиновтың 2-се дан. Клубтың эше менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уларҙың үҙҙәренә юлландыҡ.
Күнекмәләр бында ғәҙәти булмағаныраҡ баш эйеүҙән башлана. Был әлеге каратэ стиленә нигеҙ һалыусыға һәм етәксегә ихтирам һәм рәхмәт белдереү билдәһе булып тора, күнекмәләр ваҡытында йылы мөхит булдыра һәм уҡыусыны тәртипкә өйрәтә. Сәләмләгәндән, медитациянан һуң ғына тренировкалар башлана. Сэнсэй, йәғни тренер Марат Әйүпов Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән, каратэ менән 15-16 йәштәрҙә Салауат ҡалаһынан йәш тренер Салауат Исхаҡов етәкселегендә шөғөлләнә башлаған. Йылдар үтеү менән, үҙе лә балаларҙы фудокан каратэға өйрәтеүгә тотонған, һуңынан Ишембай ҡалаһының һәм районының Ден ТО Фудокан каратэ-до федерацияһын булдырыуға ирешкән.
- Традицион каратэ - япондарҙың спорт төрө. Ул өлкәндәргә, партнерыңа ихтирам белдереү тигәнде күҙ уңында тота. Каратэ буйынса уҡытыусы психолог та, тренер ҙа, педагог та булып тора. Бала физик һәм рухи яҡтан да үҫешһен өсөн ул бар күңелен, көсөн һала. Спорт менән шөғөлләнгән балалар үҙҙәрен коллективта нисек тоторға кәрәклекте белә, тәртипкә өйрәнә, - ти Марат Фәррәх улы.
2011 йылда Салауат ҡалаһында ла төркөмдәр аса башлай. Ишембай һәм Салауат ҡалаларында Фудокан каратэ буйынса күнекмәләр бирә башлағандан алып ул 41 ҡара билбау эйәһен тәрбиәләй. Улар араһында донъя һәм Европа чемпиондары ла бар.
Камил Мирғәләүетдинов - иң уңышлы уҡыусыларҙың береһе. Уның ҡара билбау, 2-се дан.
- Бында ете йәшемдә килгәйнем, һигеҙ йыл шөғөлләнәм. Атайым каратэ буйынса секция асылыуы тураһында һөйләне һәм үҙ көсөмдө һынап ҡарарға тәҡдим итте. Бер ҙә үкенмәйем, хәҙер инде былар ябай күнекмәләр түгел, ә бөтә тормошомдоң мәғәнәһе. Дөрөҫ йүнәлеш биргән атайыма һәм тренерыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Артабан да үҫешергә, 3-сө, 4-се һәм тағы ла юғарыраҡ данға имтихан тапшырырға ниәтләйем, - ти Камил.
- 14 йәштә 2-се данға эйә булыу - ҙур ҡаҙаныш. Хатта Илия Йорга ла Камилға ҡарап: “Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ул - буласаҡ чемпион. Һәр ваҡытта ла призлы урындар яулаясаҡ. Техникаһы, әҙерлеге бик яҡшы” тине. Бик дөрөҫ әйткән. Уның 25-кә яҡын миҙалы, күп дипломдары бар, киләсәге өмөтлө, - тип һүҙгә ҡушыла тренер.
9 йәшлек Алһыу Сәлихова Марат Әйүповтың төркөмөндә 6 йәштән шөғөлләнә. Ошо ваҡыт арауығында 15 миҙал яулап өлгөргән. Әлеге ярыштарҙан дүрт беренсе урын алып ҡайтҡан.
- Беренсе класҡа килгәс каратэ төркөмөнә уҡыусылар йыйыуҙары тураһында ишеттем. Ата-әсәйемдән тәүҙә рөхсәт һораным. Улар ризалашты. Каратэ менән шөғөлләнеү көс, ышаныс өҫтәй. Бында миңә бик оҡшай, - ти тырыш ҡыҙ.
- Республикала традицион каратэның йылдам үҫешеүе яҡшы күренеш. Бының өсөн Башҡортостандың традицион Каратэ-до Федерацияһы рәйесе Антон Емелин күп көс һала. Республика командаһы Европа һәм донъя чемпионаттарында айырым команда булып сығыш яһай. Илия Йорга ла спортсыларыбыҙҙың яҡшы әҙерлеген билдәләй. Донъя кимәленә сығыу мөмкинлеге булыуы ла бик яҡшы. Балалар көстәрен юғарыраҡ кимәлдә һынап ҡарай ала. Беҙ, тренерҙар, үҙ сиратыбыҙҙа, мөмкин тиклем күберәк чемпиондар тәрбиәләр өсөн тырышасаҡбыҙ, - тип һүҙен тамамланы тренер Марат Фәррәх улы.
Команданың берҙәмлеге, уңышҡа ынтылышы, рухи көсө яҡшы һөҙөмтәләргә алып килгән. Киләсәктә лә “Цунами”ҙың ҡаҙаныштары күп булыуына ышаныс бар.
Читайте нас: