газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
2 Апрель 2021, 14:26

Китап яратыусылар байрамы

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы - йыл һайын бөтә Рәсәй буйынса уҙа барған акция. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында китапты популярлаштырыу маҡсаты менән үткәрелә.

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы - йыл һайын бөтә Рәсәй буйынса уҙа барған акция. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында китапты популярлаштырыу маҡсаты менән үткәрелә.
23 мартта Балалар китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығын асыу тантанаһы уҙҙы.
Балалар үҙҙәренең яратҡан геройҙары: Белмәҫйән, Мальвина, Муха-Цокотуха, почтальон Печкин, Мәскәй әбей менән осрашты.
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы – көтөлмәгән һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, китап байрамдары, ҡыуаныслы сюрприздарға бай булды.
- Был аҙналыҡ сиктәрендә үҙәк ҡала китапханаһында викторина, әҙәби ринг, китапхана дәрестәре, күңел асыу программаһы, «Мөғжизәләр яланы» уйыны, Фольклориада һәм Башҡортостан тарихы буйынса саралар уҙғарҙыҡ. Балаларҙа бәләкәйҙән китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләү ҙур мәғәнәғә эйә, - ти үҙәк китапхананың ойоштороу-методика бүлеге методисы Евгения Поворотова.
Сарала «Китап уҡыусы - 2020» конкурсында еңеүселәр ҙә бүләкләнде.
Читайте нас: