газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
19 Март 2021, 08:52

Оло тормошҡа бер аҙым

Кеше тормошонда мөһим ваҡиғалар шаҡтай күп булһа ла, паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торғанылыр. Сөнки тап шул мәлдән Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуклы гражданы булып иҫәпләнәһең. Шаршамбы балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында 36 егет-ҡыҙ ошо мөһим документты алды.

Быйыл паспортты тантаналы тапшыра башлауға теүәл ун йыл тула. Салауат ҡалаһы был йәһәттән тәүгеләрҙән булып эш башлаған.Сара шулай уҡ быйыл Ҡырымдың Рәсәй составына инеүенә ете йыл тулыуға ла арналғайны. Тантанала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та ҡатнашты.
- Паспорт алыу һәр кем өсөн мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға. Был үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыу тигәнде аңлата. Рәсәй гражданы булыу - үҙе ғорурлыҡ. Әммә бының менән бергә үҙ ҡылыҡтарың өсөн яуаплылыҡ та арта. Һеҙ - беҙҙең киләсәк. Илебеҙҙең яҙмышы бары һеҙҙән тора. Үҙемдең был документты ҡулға алған көндө әле лә хәтерләйем. Дөрөҫ, ул ваҡытта бындай тантана булманы, ә ғәҙәти, ябай шарттарҙа үтте. Барығыҙға ла уңыштар, ҡаҙаныштар теләйем. Ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын, ҡуйылған маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ, - тине Игорь Геннадьевич.
Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Оксана Лоҡманованың һүҙҙәренсә, йыл башынан беренсегә паспорт алыусылар һаны 200-ҙән ашыу тәшкил иткән.
- Паспорттарҙы тантаналы шарттарҙа тапшырыу сараһын өс айға бер үткәреп торабыҙ. Шәхесте раҫлаусы, юридик көскә эйә документты алыу менән кешенең хоҡуҡтары һәм бурыстары ла арта. Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн үҙеңә яуап бирергә тура килә. Хәҙер һеҙ - Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы граждандары. Юғары исемгә тап төшөрмәгеҙ, уны ғорур йөрөтөгөҙ. Паспортты юғалтҡан, бысратҡан өсөн ад-министратив яуаплылыҡ ҡарал-ған, шуның өсөн мөһим доку-ментты күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа тик уңыштар ғына юлдаш булһын, - тине Оксана Леонидовна.
25-се башҡорт гимназия-һы уҡыусыһы Айҙар Сәйфуллин өсөн был көн үтә тулҡын-ландырғыс булған:
- Шатланам да, тулҡынланам да. Рәсәй Федерацияһы граж-даны булыуым менән ғорур-ланам. Уның намыҫын тәрти-бебеҙ, уҡыуыбыҙ, эштәребеҙ менән аҡларға бурыслыбыҙ. Паспортлы булыу - минең өсөн ҙур ваҡиға. Хәҙер үҙ ҡылыҡтарым өсөн үҙемә яуап бирергә тура килеүен дә яҡшы аңлайым, - ти Айҙар.
1-се лицей уҡыусыһы Арина Долгова ла был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көткән:
- Үҙемде өлкәнәйеп киткәндәй тоям. Мөһим документ алыуыма бик шатмын. Рәсәй гражданы тигән исемгә тап төшөрмәҫкә тырышасаҡмын, - ти Арина.
Читайте нас: