Салауат йәштәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан төрлө акцияларға әүҙем ҡушыла. Уларҙың береһе - «Матурлыҡ километры» бер маҡсат менән ойошторола, ул да булһа, гүзәл заттарға байрам алдынан яҡшы кәйеф бүләк итеү. Был сараның атамаһынан күренеп тороуынса, йәш армеецтар бер километр юл үтеп, осраған һәр ҡатын-ҡыҙға сәскә бүләк итергә тейеш.
Беҙҙең ҡалала акция Ленин урамындағы аллеяла үтте. Салауат ҡалаһының «Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары урамдан үтеп барыусы өләсәйҙәргә, ҡатындарға, ҡыҙҙарға яҙ билдәһе булып торған ләлә сәскәләрен бүләк итте. Үҙ эштәре менән ашығып китеп барыусы гүзәл заттар көтөлмәгән ҡотлауҙарға һәм сәскәләргә тәүҙә аптырап ҡараһа ла, һуңынан уларҙың йөҙҙәренә йылмайыу йүгерҙе. Улар бындай иғтибарға, изге теләктәргә рәхмәт белдерҙе.
- 8 март уңайынан беҙ «Матурлыҡ километры» акцияһын уҙғарабыҙ һәм һылыу заттарға сәскә бүләк итәбеҙ. «Йәштәш» йәштәр үҙәге һәм йәштәр эштәре буйынса комитеттан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләйбеҙ, - тине «Ватан» хәрби-патриотик клуб, «Йәш армия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Рәхимов.