Киләсәк быуынды патриотик мөхиттә тәрбиәләгәндә уларға “Тыуған илде һаҡлау”, “бурыс”, ”намыҫ” тигән төшөнсәләр һеңә. “Йәштәш” йәштәр үҙәгенең “Ватан” патриотик клубы был йәһәттән маҡсатлы эш алып бара. Күптән түгел, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара уҙғарылды. Егеттәргә армия алдынан әҙерлектең мөһим булыуы тураһында клуб начальнигы Альберт Рәхимов һөйләне:
- “Йәштәш” йәштәр үҙәгенең “Ватан” патрио-тик клубында хәрби-ҡулланма эш, ҡул һуғышы, кикбоксинг буйынса секциялар уңышлы эшләй. Быларҙың барыһы ла үҫмерҙәрҙе хеҙмәткә әҙерләү, уларҙың физик сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн бик кәрәк. Ватанды һаҡлау - ир-егеттәрҙең төп бурысы. Һәр кем хеҙмәттән ситләшһә, илебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы кем һаҡлар? - тине Альберт Шакир улы.
Осрашыуға беҙҙең ҡала егеттәре - армиянан ҡайтҡан өс игеҙәк Роман, Руслан һәм Динислам Ғәлиевтар саҡырылғайны. Салауатта тыуып үҫкән егеттәр Ҡазан ҡалаһында юғары уҡыу йортон тамамлай. 2019 йылда улар армияға алына, Президент полкына эләгә, почетлы ҡарауыл ротаһында хеҙмәт итә, күп кенә Хөкүмәт сараларында ҡатнаша. Ғәлиевтар ҙа “Ватан” клубында шөғөлләнгән, парашют спорты буйынса өсөнсө спорт разрядын үтәгән, хәрби-ҡулланма күп төр ярыш буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан.
- Армияға тиклем Президент полкы тур-аһында белмәй ҙә инек. Хеҙмәткә Ҡазандан алындыҡ. Унда беҙгә ошо полкка һайлап алыу турына үтеп ҡарарға тәҡдим иттеләр. Бер-беребеҙ менән һөйләштек тә, ә ниңә тәүәк-кәлләмәҫкә тип, ризалаштыҡ һәм һынауҙарҙы уңышлы үттек. Ә һуңынан махсус ҡарауыл ротаһында хеҙмәт итергә теләк белдерҙек. Ул ваҡытта был полкта хеҙмәт итеү ни тиклем маҡтаулы һәм дәрәжәле булыуын аңлап та бөтмәйһең. Уға хеҙмәт осоронда ғына төшө-нәһең, - ти егеттәрҙең береһе Роман Ғәлиев.
Егеттәр буласаҡ һалдаттар алдында сығыш яһап, үҙҙәре хеҙмәт иткән рота, уның үҙенсәлектәре, ниндәй вазифалар йөкмәтелеүе тураһында һөйләне, Федераль хеҙмәт һағының формаларын күрһәтте, егеттәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Шуныһы ла ҡыҙыҡлы факт булып тора - егеттәр 9 майҙа донъяға килгән.