газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
15 Ғинуар 2021, 11:19

Йәшлектә йәшнәп янырға, ҡартлыҡта хөрмәт күрергә

Үтеп барған йылдың һуңғы көндәре ҡайһы берәүҙәр өсөн үтә лә шатлыҡлы булды.

30 декабрҙә ҡала хакимиәтендә игеҙәк балалары тыуған, бергә оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән ғаиләләрҙе, “Абилимпикс” чемпионатында ҡатнаш-ҡан уҡыусыларҙы ҡотланылар, етем балаларға үҙ фатирҙарынан асҡыс тапшырҙылар.
Нина Дмитриевна һәм Петр Васильевич Баскаковтар ҡулға-ҡул тотоношоп 70 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер инде улар туғыҙ ейәненә, 16 бүлә-бүләсәһенә бәхетле олатай-өләсәй. Петр Васильевич - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятиела, Нина Дмитриевна оҙаҡ йылдар Салауат машиналар эшләү заводының дөйөм ятағында вахтер булып эшләй. Икеһенең дөйөм хеҙмәт стажы - 80 йылдан ашыу.
Балалар - тормоштоң йәме, киләсәк тап улар ҡулында. Был көндө игеҙәк балалары донъяға килгән ике ғаиләгә 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Улар - Альбина Рөстәм ҡыҙы һәм Рәил Рауил улы Абдрахмановтар, Диана Борисовна һәм Станислав Юрьевич Жмайло.
- Бындай бүләкте Яңы йыл алдынан тапшырыу айырыуса шатлыҡлы. Киләсәктә балаларығыҙ тик ҡыуаныстар ғына килтерһен, уларҙың ҡаҙаныштары, уңыштары менән ғорурланырға яҙһын. Ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар һеҙгә, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡотлау телмәрендә.
Бәхетле ғаиләләрҙең үҙҙәре әйтеүенсә, был улар өсөн көтөлмәгән бүләк булған.
Үҙ фатирҙарының асҡыстарын ҡулдарына алған етем балалар айырыуса шат был ваҡиғаға. Улар - Елена Ғарифуллина һәм Айгөл Белан.
- Быйыл ошондай 13 фатирҙан асҡыс тапшырғайныҡ. Ә был икә торлаҡ конкурс процедураларын үткәргәндән һуң экономияланған аҡсаға бирелде. Үҙ йортоғоҙҙа яңы бәхетле тормош башларға яҙһын. Фатирҙарығыҙҙа шатланып йәшәгеҙ, - тине Игорь Геннадьевич.
- Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Быға тиклем кеше фатирын ҡуртымға алып йәшәнек. Ниһайәт, йортло булдым. Ҡала хакимиәтенә был ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт, - тине асҡыс алыусыларҙың береһе Айгөл Белан.
Шулай уҡ сәләмәтлек мөмкин-лектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» VI Милли чемпионаты еңеүселәрен һәм призерҙарын да ҡотланылар, Чемпио-наттың дипломдары тапшырылды.
- Уникаль проект сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәләтен күрһәтергә ярҙам итә. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы был эштең флагманы булып тора. Ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләр бар. Етәкселәргә ҙур эш башҡарғандары өсөн рәхмәт, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова ла сығыш яһаны.
- Инклюзив белем биреү хәҙер бөтә мәк-тәптәрҙә лә бар тиерлек. Шуға мин белем биреү ойошмаларына һәм инвалидтар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итергә теләйем: “Абилимпикс”та барыһы ла әүҙемлек күрһәтһен ине, сөнки был конкурста уҡыусылар, студентттар һәм өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Бындай саралар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә йәмғиәткә яраҡлашырға, хатта эшкә урынлашҡанда ла ярҙам итә, - тине Зөлфиә Биктимер ҡыҙы.
Ул шулай уҡ ҡала хакимиәтенә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерергә онотманы.
Чемпионатта ҡатнашыусыларҙың береһе Реналь Ҡолмырҙин ҡаланың коррекцион мәктәбенең 9-сы класында белем ала. Төбәк чемпионатта беренсе, ә Милли чемпионатта икенсе урын яулаған.
- Дүртенсе йыл ҡатнашашам конкурста. Тәүҙә урындар алманым, бына хәҙер уңыштарға өлгәшә башланым. Мин “туризм” компетенцияһы буйынса сығыш яһаным. Киләсәктә туроператор булғым килә. Кешеләргә ниндәй илгә ял итергә барырға кәңәш итеү, отелдәр һайлашыу миңә бик оҡшай. Артабан да “Абилимпикс” та ҡатнашырға иҫәп тотам, - ти Реналь.
Егеттең әсәһе Рәсимә Ҡолмырҙина улы менән ғорурлана.
- Ҡаҙаныштарына һөйөнәм. Конкурстағы эштәр ҙә ябайҙан түгел ине. Әммә ул тырышты, маҡсатына табан ышаныслы барҙы. Уҡытыусыларына, етәксе-ләренә лә рәхмәтлемен, - ти Рәсимә Зиннур ҡыҙы.
Салауат индустриаль колледжы студенты Дарья Мачулина өсөнсө урынды яулаған.
- Һөҙөмтәләр юғарыраҡ булған һайын, ҡанатланып алға ынтылаһың. Артабан да ҡатнашырға иҫәп тотам. Бәлки, тағы ла алдынғыраҡ урындарға ирешермен. Ошо конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт белдергем килә. Сөнки был - сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үҙҙәрен күрһәтеүҙең бер юлы, - ти Дарья.
Читайте нас: