Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Декабрь 2020, 13:34

Республика бәйгеһе лауреаты

Өфөлә радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында республиканың урта һөнәри белем биреү ойошмалары араһында «2020 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙҙы.

Ул Башҡортостан Мәғариф министрлығы, республика Мәғариф үҫеш институты, һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары советы менән берлектә ойошторолдо. Бәйгелә ҡатнашыусылар биш төрлө һынау аша үтте: «Электрон портфолио», «Урта һөнәри белем биреү системаһында киләсәк уҡытыусы», «Воркшоп (Һөнәри оҫтахана)», «Һөнәргә биш аҙым» квест уйыны һәм «Минең илем - минең Рәсәйем».
Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы педагогы Руслан Ғүмәров ярыштың бөтә һынауҙарын да уңышлы үтеп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә һәм икенсе урынға сыға.
Йәш уҡытыусының тағы ла яңы үрҙәр яулауына ышаныс ҙур.
- Ирешелгән менән туҡтап ҡалмауыңды, тик алға барыуыңды, һәр төрлө үрҙәрҙе яулауыңды теләйбеҙ. Уңыштарға барған юлың яҡты булһын, - тип ҡотлай уны коллегалары.
Читайте нас: