Ҡаланың 55-се балалар баҡсаһы коллективы һәр баланың, айырыуса, мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙың иғтибарға, һөйөү-наҙға мохтаж булыуын яҡшы аңлай. Шуға күрә улар изгелек эшләргә ашыға.
- Үҙенсәлекле сабыйҙар яҙмыш ҡуйған һынауҙарға ҡаршы ҡыйыу көрәшә, бер нимәгә ҡарамай, тормоштоң матурлығын күрә белә, иртәгәге көнгә ышаныс менән баға. Сит кеше проблемаһына битараф булырға тейеш түгелбеҙ, мәрхәмәтлек, изгелек ҡылайыҡ. Тап ошо сифаттар кешене кеше итә, донъяға изгелек орлоҡтары тарата. Шуға коллектив менән бәләкәс Софьяны ҡыуандырырға ҡарар иттек, - ти балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Исламова.
Бүләктәрҙе ҡыҙға ҡупшыҡай шыршы ҡуйылған үҙәк боҙ ҡаласығында шартына еткереп тапшырҙылар.Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Төлкө Софьяны яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, бергәләп бейенеләр, йыр йырланылар.
- Ҡыҙыма дүрт йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Һүрәт төшөрөргә, бейергә ярата. Бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ ине: төҫлө ҡағыҙ, альбом, ҡәләм, пазл, мозайка, ҡурсаҡ. Бик шатланды бәләкәсем. Айырыуса ҡурсаҡҡа ҡыуанды. 55-се балалар баҡсаһы коллективына рәхмәтемде белдерәм.Изгелектәре үҙҙәренә әйләнеп ҡайтһын, - ти Софьяның әсәһе Алина Санькова.