газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Декабрь 2020, 13:33

Алиса Йомағәлиева - финалда

«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсыларының исемлеге билдәле булды. Улар Башҡортостан юлдаш телеканалында телевизион форматта уҙған ике ярымфинал йомғаҡтары буйынса билдәләнде. Финалға Салауат һылыуының да сығыуына шатбыҙ.

Финалсылар:
1. RAHIMOV (Ришат Рәхимов), Ҡырмыҫҡалы районы
2. Алтынай Заһитова, Мәскәү
3. «ZAKARIA» фолк-төркөмө, Ҡазан
4. Ләйсән Хәсәншина, Туймазы районы
5. ALEKS (Александр Васин), Мәсетле районы
6. Мәрйәм Хәлимова, Силәбе өлкәһе
7. Сәмиғулла Лоҡманов, Учалы районы
8. Наҙгөл Отузова, Салауат районы
9. Алиса Йомағәлиева, Салауат ҡалаһы
10. Илдар Абдуллин, Ырымбур
11. Дания Садиҡова, Һамар өлкәһе
12. LIYA LI (Лия Мөхәмәтова), Мәскәү.
Йондоҙло жюри ағзалары Лина Арифулина, Elvin Grey, Рөстәм Гиззә-туллин, Ольга Филиппова Салауат ҡалаһынан сығыш яһаусы Алиса Йомағә-лиева башҡарыуындағы “Бер алманы бишкә бүләйек” йырын юғары баһаланы.
Хәҙер ҡатнашыусылар финалда сығыш яһарға әҙерләнә. Ул шәмбе, 19 декабрҙә, Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә, киске сәғәт 7-се 30 минутта башлана.
Конкурстың бүләк фонды: беренсе премия – 300 мең, икенсеһе — 200 мең, өсөнсөһө — 100 мең һум.
Яҡташыбыҙ финалда ла лайыҡлы сығыш яһаһын һәм уға уңыш йылмайһын тип теләйбеҙ.
Читайте нас: