Иң һылыуы һәм талант-лыһы булыу өсөн алты ҡыҙ көрәште. Ҡатнашыусылар физик әҙерлек буйынса һынауҙарҙы үтте, норматив-хоҡуҡи базаны белеүгә тест тапшырҙы. Ижади этапта ҡыҙҙар видеороликтар ярҙамында визит карточка-ларын күрһәтте, ни өсөн үҙ һөнәрен һәм хеҙмәтен яра-тыуы тураһында һөйләне. Милли кейемдәрҙәге һы-лыуҙар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп, йыр-бейеүҙәр менән Башҡортос-танға булған һөйөүен белдерҙе. Бынан тыш, “Музейҙа төн” конкурсында музей экспонаттары образ-дарын да оҫта башҡарҙы. Конкурста ҡатнашыуға һәр кем ижади ҡараған, ныҡлы әҙерләнгән. Улар тормош-тарын бар яҡлап та күрһәтте: хеҙмәттә һәм йортта, коллегалары һәм балалары менән, формала һәм киске күлдәктәрҙә.
Баһалама ағзалары бөтә материалдарҙы ла онлайн-форматта ҡарап сыҡҡан-дан һуң еңеүсене һайлап алды. «Енәйәт-яза башҡарыу системаһы һылыуы» исемен Салауат ҡалаһының 19-сы дауалау-холоҡ төҙәтеү учреж-дениеһының хәүефһеҙлек надзоры бүлеге төркөмөнөң кесе инспекторы Светлана Таһирова яуланы.
- Үҙемде белә-белгәндән бирле хәрби булырға хыял-ландым. Госпиталдә хәрби врач булып эшләгән апайым да быға булышлыҡ иткәндер. Мин һәр ваҡыт уның хеҙмәтенә һоҡлана инем. Был һөнәр тәртип, ҡыйыулыҡ талап итә, әммә шул уҡ ваҡытта ул матур, һөйкөмлө ҡатын һәм әсә лә булып ҡала белде, - тип һөйләй һылыу.
Светланаға «Енәйәт-яза башҡарыу системаһы һылыуы» Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабында ла республика идаралығы исеменән сығыш яһарға тура киләсәк.