газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Октябрь 2020, 21:07

Бәхет асҡыстары ҡулдарҙа

Фатирлы, йортло булыу хәҙерге замандың иң көнүҙәк проблемаларының береһе булып ҡала.

Кемдәргәлер өй мираҫҡа күсә, бәғзеләргә ата-әсәләре ярҙам итешә. Күптәр ипотека һаҙлығында. Былай ҙа яҙмыш һынауҙарына дусар булған, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған етемдәргә был мәсьәләне нисек хәл итергә? Ярай әле, ундай категория граждандары дәүләт тарафынан ярҙамға хоҡуҡлы. Уларға закон буйынса бушлай фатир бирелергә тейеш. Салауатта бының изге йолаға әйләнеүе бик ҡыуаныслы. Сентябрҙә генә ҡала хакимиәте дүрт егет һәм бер ҡыҙға фатир асҡысын тапшырһа, Республика көнө алдынан тағы туғыҙ бала үҙҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итте. Бәхет асҡыстарын 6-ауһы тантаналы шарттарҙа алды, 3-әүһе төрлө сәбәптәр арҡаһында сарала ҡатнаша алманы.
- Бөгөн һеҙ үҙ йортоғоҙҙоң бәхетле хужалары булдығыҙ. Был бүләкте Республика көнө алдынан алыу икеләтә ҡыуаныслы. Торлаҡ - ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе. Йортоң булыу бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт. Үҙ нигеҙегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ. Фатир асҡыстарын ҡулығыҙға алыу менән матур, күңелле ваҡиғаларға бай булған тормошоғоҙҙоң яңы бите асылыр, тип уйлайым. Хәҙер барыһы ла тик һеҙҙән генә торасаҡ. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, маҡсатығыҙға табан барығыҙ. Йыл аҙағына тиклем конкурс процедуралары нигеҙендә сиратта тороусыларға тағы 2-3 фатир бүлергә тырышасаҡбыҙ. Ҡалала фатирлы булыусылар һаны йылдан-йыл арта һәм был изге эште туҡтатмаясаҡбыҙ, - тине йәштәрҙе ҡотлап ҡала хакимиәте башлығы Игорь Геннадьевич.
Ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Олеся Арестова етем балалар өсөн торлаҡ юллау процедураһының еңелдән булмауын билдәләне.
- Йыл башынан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы финанслауҙы билдәләй. Бүленгән субвенцияларға ярашлы, конкурс процедуралары башлана. Конкурс һатып алыу процедуралары үҙәге аша үтә, теге йәки был лот еңеп сыҡҡандан һуң фатир адрестары асыҡлана. Дәүләт төҙөлөшө нормативтарына ярашлы, торлаҡҡа ҡарата бик етди талаптар ҡуйылған: сантехниканың төҙөк, яңы иҫәпләү приборҙары, плита, косметик ремонттың булыуы шарт. Фатирҙы ҡабул итеү комиссияһына Роспотребнадзор, прокуратура һәм ҡала хакимиәтенең торлаҡ, төҙөлөш, опека бүлектәре вәкилдәре инә. Бөгөнгө көнгә ҡарата сифат буйынса бер ниндәй дәғүәләр ҙә булманы, - тип һөйләй Олеся Викторовна.
Ул шулай уҡ опека һәм попечителлек бүлегенең балаларҙы артабан да контролдә тотасағын билдәләне.
- Торлаҡ алыу - бер, уны һаҡлап ҡалырға ла кәрәк. Биш йыл дауа-мында беҙ егет-ҡыҙҙарҙың торлаҡты нисек ҡарауҙарын, түләй алалармы-юҡмы икәнлеген тикшерәбеҙ. Шунан һуң ғына, барыһы ла яҡшы булһа, фатир тулыһынса уларҙың шәхси милкенә күсә. Йәштәр бик етди, күптәренең ғаиләләре, балалары бар. Тормоштарында барыһы ла һәйбәт буласағына ышанам, - тип һүҙен йомғаҡланы бүлек начальнигы.
Читайте нас: