газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Сентябрь 2020, 15:34

Заманса оҫтаханалар - беҙҙең ҡалала

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының заман менән бергә атлауы, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәүе, яңы алымдар индереп эшләүе күптәргә мәғлүм.

Әле бына колледждың тағы бер ҡаҙанышы - ул “Мәғариф” милли проекты составына ингән “Йәш профессионалдар” федераль проекты еңеүсеһе тип танылды. 10 сентябрҙә, белем йортонда грант аҡсаһы иҫәбенә булдырылған дүрт оҫтахана асылды. Суммаһы - 18 миллиондан ашыу. Яңы оҫтаханалар социаль өлкәнең башланғыс кластарҙа уҡытыу, мәктәпкәсә тәрбиә, башланғыс коррекция кластарында белем биреү, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса эшләйәсәк. Һатып алынған лаборатор һәм уҡытыу-етештереү ҡорамалдары, шулай уҡ белем биреүҙе программа һәм методика менән тәьмин итеү “Ворлдскиллс”тың инфра-структур талаптарына тулыһынса яуап бирә. Сараны тантаналы асыуҙа республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, ҡала хаки-миәте башлығы Игорь Миронов, Мәскәү ҡалаһынан РАНХИГС ФИРО профессоры Владимир Блинов, мәғариф бүлеге вәкилдәре, колледж һәм мәк-тәптәр директорҙары ҡатнашты.
Сәләмләү һүҙе менән уҡыу йорто директоры Зөлфиә Ишембәтова сығыш яһаны:
- Беҙҙең колледж 1961 йылда педагогия училищеһы булараҡ барлыҡҡа килә. Ул күп йылдар башланғыс кластар уҡытыусыларын ғына әҙерләй. Хәҙер иһә беҙҙә 15 профес-сиональ программа буйынса белем алырға мөмкин. Инклюзив белем биреү беҙҙең уҡыу йортоноң бер үҙенсәлеге булып тора. Республикала тәүгеләрҙән булып инклюзив уҡытыу прог-раммаларын бойомға ашырҙыҡ. Колледжда һау балалар менән бер рәттән, сәләмәтлек мөмкин-лектәре сикләнгән студенттар ҙа белем ала. Йыл һайын уҡырға инеүселәрҙең 10 проценты - ошондай уҡыусылар. Бөгөн айырыуса әһәмиәтле ваҡиға - грант сиктәрендә йыһазланды-рылған оҫтаханалар асабыҙ. Был колледжда белем кимәлен тағы ла нығыраҡ күтәрергә ярҙам итер, тип уйлайбыҙ. Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Зөлфиә Биктимер ҡыҙы.
Мәртәбәле ҡунаҡтар яуаплы эш башҡарҙы - ҡыҙыл таҫманы киҫте.
Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова ла колледж-дың алдынғылар рәтендә булыуын билдәләне:
- Һөнәри белем биреү системаһы “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуҙа былтырҙан әүҙем ҡатнаша. Уҙған йыл ошондай алты оҫтахана асылды. Быйыл изге эштең тап Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжынан башланыуы бик яҡшы күренеш. Ни өсөн тигәндә, был уҡыу йорто иң яҡшыларҙан һанала. Ҡорамалдар ҙа былтырғыларға ҡарағанда күпкә замансараҡ. Әлеге инфраструктура менән студенттар ғына түгел, ә ҡала мәктәптәрендә, балалар баҡса-ларында, предприятиеларында эшләп йөрөгән граждандар, хатта яҡын-тирәләге муниципаль райондар ҙа файҙаланыр, тип ышанам.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та башланғысты хупланы.
- Был уҡыу йортона тәүге килеүем. Ошондай оҫтаханалар барлыҡҡа килеүе бик яҡшы. Балаларыбыҙҙың ниндәй булып үҫеүе булдырылған шарттарға, педагогтарҙың, уҡытыусыларҙың һөнәри талантына бәйле. Иң юғары кимәлдәге ҡорамалдар уҡыу йортоноң тағы ла алға сығырына булышлыҡ итер. Оҫтаханаларҙың барыһының да бер урында урынлашыуы уңайлы. Был студенттар өсөн ҙур ярҙам булып тора, - тине Игорь Геннадьевич.
Хәҙер колледж студенттары алған белемен практикала ла файҙаланып ҡарай аласаҡ. Смартфон ярҙамында механизм-дарға идара итеү, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бала-лар менән эшләү өсөн итерактив ҡомлоҡ, башланғыс кластар уҡыусылары өсөн “Аҡыллы иҙән” системаһы - быларҙың барыһы ла колледждағы белем биреү процесының бер өлөшө. Математика зонаһын миҫалға алайыҡ. “Нумикон” фирмаһының база йыйымы белем биреү хеҙмәттәре өлкәһендә иң яҡшыларҙан һанала. Әйтәйек, “Балансир” үлсәүе балаларға “ауырыраҡ”, “еңелерәк” төшөн-сәләрен аңларға ярҙам итә. Унға тиклем һанау күнекмәләрен булдырыу өсөн йыйым балалар өсөн бик файҙалы. Ә Кюизенер таяҡсалары кескәйҙәргә “оҙоно-раҡ”, “ҡыҫҡараҡ” төшөнсәләрен аңларға булыша. “Метр моделе” йыйымы ярҙамында балаларҙы 100 һанының составы менән таныштыралар. Яңы “Карусель” дидактик пособиеларының те-матикаһы ла күп төрлө. Алдынғы йыһаздарҙың әһәмиәтен асып биреү өсөн гәзит биттәре генә етерлек түгел.
- Башланғыс кластарҙа уҡытыу кабинеттарында бөтә нәмә яңыртылды тиерлек. Әгәр элек уҡытыусы аҡбур һәм мәктәп таҡтаһы менән генә файҙаланһа, хәҙер иһә интерактив дисплей, һанлы лабораториялар һәм микроскоптар уҡыу процесын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итә. Заманса ҡорамалдар ярҙамында балалар үҙҙәре донъяны танып-белә, ҡыҙыҡлы асыш яһай. Әҙер белем алыуға ҡарағанда был күпкә файҙалыраҡ, - ти колледж уҡытыусыһы Айгөл Булатова.
Яңы барлыҡҡа килгән “Хоҡуҡ һаҡлау” компетенцияһы буйын-са оҫтаханала студенттарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шулай уҡ “Остазлыҡ” форма-тында практик эш тә алып барыла. Оҫтахананың төп йүнәлештәре менән юридик дисциплиналар уҡытыусыһы, ошо оҫтахана мөдире Айгөл Тибеева таныштырҙы.
- Төп бурыс - “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” йүнәлеше бу-йынса уҡыусыларҙы практик әҙерләү, эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, педа-гогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын даими үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, - тине ул.
Оҫтанахана бер нисә зонаға бүленгән: дактилокүсермә, фоторобот һәм башҡалар. Бөтә төрҙәр буйынса практик эш күрһәтелде. Йыйылыусылар айырыуса студенттарҙың енә-йәтсенең фотороботын төҙө-үен, аяҡ эҙҙәрен асыҡлауын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең махсус ҡоралдары: кобуралы наручниктар, рация, кобуралы резина пистолеттар, “Оксфорд” һаҡлаусы жилет, эксперттар жилеттары ла ҡуйылғайны.
Салауат эске эштәр бүлеге етәкселеге исеменән киң мәғлүмәт саралары менән элемтә буйынса йүнәлеш инспекторы Илмира Хәйбуллина сығыш яһаны:
- Беҙҙең бүлек колледж нигеҙендә “Хоҡуҡ һаҡлау эшмә-кәрлеге” белгеслеге буйынса оҫтахана асыу идеяһын тулы-һынса хуплай һәм һеҙҙең килә-сәктә эске эштәр органдарына хеҙмәткә ысын һөнәрмәндәр булып килерегеҙгә ышана. Һайлаған һөнәрегеҙ яратҡан эшегеҙгә әйләнер, тип уйлайбыҙ. Полицияла осраҡлы кешеләр эшләй алмай. Хоҡуҡ һаҡсылары өсөн сит кеше бәләһе юҡ, улар ярҙамға мохтаж булған һәр кемде яҡларға бурыслы. Ниндәйҙер кәңәш кәрәк йәки проблемаларығыҙ булһа, мөрә-жәғәт итегеҙ, беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең янда. Һөнәр алғас, беҙгә эшкә килегеҙ, Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлеге ишектәре йәш һәм өмөтлө хеҙмәткәрҙәр өсөн һәр саҡ асыҡ.
Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге өлкәһендә белгестәрҙе әҙерләү сиктәрендә студенттарҙың дөйөм физик әҙерлегенә лә айырым иғтибар бүленә.
- Күп кенә яңы ҡорамалдар һатып алынды. Улар араһында лабиринт, турник, ҡулға таянып кәүҙәне ерҙән күтәреү өсөн станок бар. Уҡыусылар бөтә был күнекмәләрҙе башҡара һәм WorldSkills чемпионатында оҫталыҡтарын күрһәтә белергә тейеш. Ҡорамалдар буласаҡ белгестәрҙе әҙерләүҙә генә түгел, ә барлыҡ студенттар һәм уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәргә сәләмәт тормош рәүешен булдырыу һәм ГТО нормаларын тапшырыу өсөн дә кәрәк, - тип һөйләй колледждың физик культура уҡытыусыһы Миңлегөл Янбаева.
Гранттың шарттарына яраш-лы, оҫтаханалар асыу менән бер рәттән колледж уҡытыу-сылары квалификация кимәлен күтәреү курстарында шөғөлләнә. Мәскәүҙән килгән профессор Владимир Блинов уҡыу процесын цифрлаштырыу, оҫтаханалар-ҙың эшен һөҙөмтәле ойошто-роу юлдары, практика базаһы булып торған предприятие һәм ойошмалар менән эшләүҙең әһәмиәте тураһында ҡыҙыҡлы уҡыуҙар үткәрҙе.
Һуңынан панель дискуссия ойошторолдо. Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Читайте нас: