газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Сентябрь 2020, 15:26

Дәүләт хәстәре күңелдәрҙе бөтәйтә

Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә - закон буйынса улар бушлай торлаҡ менән тәьмин ителә. Оло тормош юлына баҫҡан йәштәрҙең күптәре эш яғынан төрлө өлкәлә үҙ урынын тапһа ла, фатирлы булыуҙы улар түҙемһеҙлек менән көтә. Ошо көндәрҙә өс егет һәм бер ҡыҙ ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡулынан үҙ торлағы асҡыстарын алып ҡыуанды.

Асҡыстарҙы тапшырыу тантаналы шарттарҙа үтте. Игорь Геннадьевич йәштәрҙе ҡотлап, уларҙың йорттарында һәр ваҡыт именлек булыуын, үҙҙәренә ныҡлы һаулыҡ һәм алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне.
- Бөгөн шатлыҡлы ваҡиға - беҙ фатир асҡыстарын тапшырыу өсөн йыйылдыҡ. Ҡыҙ һәм егеттәр быны ныҡ көттө. Торлаҡ менән тәьмин итеү процесы беренсе йыл тормошҡа ашырылмай һәм ул планға ярашлы бара. Йыл һайын мохтаждарға бирелергә тейеш фатирҙар һанын арттырырға тырышабыҙ. Әгәр 2013-2014 йылдарҙа йылына 3-4 торлаҡ ҡына тапшырылһа, хәҙер был күрһәткес 12-15 фатир тәшкил итә. Үҙ торлағығыҙ булыу менән һеҙҙең тормошоғоҙҙа яңы этап башланыр, тип ышанам. Ғөмүмән, һеҙҙең тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайым, иң мөһиме үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн тырышығыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
Был көндө үҙ фатирҙарының асҡыстарын Анна Матвеева, Максим Комаров, Динар Мөхәмәҙиев, Владимир Емельянов алды. Улар үҙҙәрен йортлы итеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
- Йыл һайын Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы субвенцияһынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ алыу өсөн билдәле бер сумма бүленә. Быйыл Салауатҡа был маҡсатта 16 млн 700 мең һум йүнәлтелде. Был суммаға 14 фатир алыу планлаштырылған. Фатирҙар Төҙөлөш министрлығы бойороғона ярашлы һайлап алына һәм унда бөтә шарттар аныҡ билдәләнгән. Торлаҡтың майҙаны 18 квадрат метрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш, шулай уҡ унда барлыҡ санитар-гигиена нормалары үтәлеүе мөһим. Шуға күрә лә фатирҙы ҡабул итеү комиссияһында Роспотребнадзор, ҡала хакимиәтенең торлаҡ, төҙөлөш, опека бүлектәре һәм прокуратура вәкилдәре ҡатнаша. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, 2020 йылдан етем балалар федераль исемлектә тора, урында беҙ исемлекте әҙерләп Өфөләге төбәк операторға, йәғни Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына тапшырабыҙ һәм ул исемлекте федераль мәғлүмәттәр банкына тапшыра. Минеңсә, был асыҡлыҡ һәм фатирҙарҙың тәғәйен хужаларына ғәҙел барып етеү йәһәтенән бик яҡшы, - тип һөйләй ҡала хакимиәтенең опека һәм попичителлек бүлеге начальнигы Олеся Арестова.
Анна Матвеева өсөн йортло булыу күптән көтөлгән һәм тормошонда иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе.
- Тәүҙә фатирымды фото аша күрһәттеләр, һуңынан үҙем барып ҡараным. Миңә бөтә нимә оҡшаны. Документтарға ҡул ҡуйғанда хатта ҡулдарым ҡалтырай ине, сөнки был ваҡиға минең өсөн тулҡынландырғыс. Мин фатирыма әйберҙәремде күсерҙем, ҡайһы бер көнкүреш кәрәк-яраҡтарын алдым. Иң мөһиме - торлаҡ, ә ҡалғаны булыр, беҙ бит әле йәш, - ти ул.
Динар Мөхәмәҙиев әлеге ваҡытта республикабыҙҙың баш ҡалаһында эшләп йөрөһә лә, фатирлы булғас, тыуған ҡалаһына ҡайтырға һәм бында төпләнергә ниәт итә.
- Мин торлаҡ биреүҙәренә бик шатмын. Быға тиклем кеше фатирына түләп йәшәнем, ә эшкә Өфөгә йөрөнөм. Хәҙер үҙ өйөм булғас, Салауатта эш табып, ошонда донъя көтөргә уйлайым, - ти йәш кеше.
Әлбиттә, үҙ йортоң булыу - оло бәхет. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың күңелен бер ни тиклем бөтәйткәндер, йәшәүгә дәрт өҫтәгәндер, тип ышанғы килә.
Читайте нас: