Сентябрь башында терро-ризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә.
- 2004 йылдың 1 сентябрендә Бесланда террорсылар мәктәпте баҫып ала. Өс көндән ашыу уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар енәйәтселәр менән бикләп тотола. Фажиғә 300-ҙән ашыу кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмерен өҙә. Бесландағы теракт тарихҡа иң аяуһыҙ ваҡиға булараҡ инеп ҡалды. Тап шуға 3 сентябрь Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө тип федераль закон менән раҫлана, - тип һөйләне «Йәштәш» үҙәгенең «Ватан» хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдус Мөсәлимов.
Ул шулай уҡ 2004 йылғы ваҡиғаларҙан һуң кеше күпләп йыйылған урындарҙа хәүефһеҙлек сараларының көсәйтелеүе, мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына, башҡа белем биреү учреждениеларына айырым иғтибар бүленеүе тураһында ла әйтте.
Ҡала хакимиәтенең со-циаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Дилбәр Мостафина уҡыу йылы башланыр алдынан һәр белем биреү ойошмаһының етди әҙерләнеүе тураһында бәйән итте.
- Бер кем дә байрамдың фажиғәгә әүерелеүен көтмәгәй-не. Был тағы бер тапҡыр тормошобоҙҙа иң мөһиме тыныслыҡ икәнен иҫбат итте. Бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам-лы, иғтибарлы булайыҡ, уяулы-ғыбыҙҙы юғалтмайыҡ, - тине ул.
Ҡатнашыусыларға Алыҫ Көнсығыш фронты һәм Икенсе донъя һуғышы тураһында тарихи документаль фильм күрһәтелде.
Дилбәр Радик ҡыҙы шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һалдатҡа хат. Һуғыш балалары тураһында» тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәренә һәм финалистарына Башҡортостан Республикаһындағы бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Беҙ-ҙең ҡала уҡыусыларының ошондай әһәмиәтле конкурста ҡатнашыуы бик яҡшы. Ата-бабаларығыҙ тураһында онотмауығыҙ, уларҙың батыр-лыҡтары тураһында ғорур-ланып һөйләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тип мөрәжәғәт итте Дилбәр Мостафина конкурста ҡатнашыусыларға.
Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көнгә лә айырым туҡталып үтелде. Иң һуңында йәштәр Бесланда һәләк булыусылар иҫтәлегенә һауаға аҡ шарҙар осорҙо.