газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
11 Сентябрь 2020, 11:17

«Еңеү диктанты»

2020 йылда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. 3 сентябрҙә - Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнөндә «Еңеү диктанты» акцияһы үтте. Беҙҙең ҡалала был сарала ҡатнашыусылар өсөн 8-се лицей нигеҙендә төбәк майҙансығы булдырылды.

«Еңеү диктанты» тәү башлап былтыр уҙғарыла. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеүҙе, тарихи грамоталылыҡты күтәреүҙе, йәштәрҙә илһөйәр-лек тәрбиәләүҙе, хәрби-тарихи хәтерҙе һаҡлау юлы менән әхла-ҡи ҡиммәттәрҙе булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Сараны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Рәсәй тарих йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тора.
Ҡаланың уҡытыу-методика үҙәге методисы, төбәк майҙан-сығының кураторы Светлана Мөрсәлимова билдәләүенсә, сара коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү талаптарын үтәп ойошторолған. Бының өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһе бирсәткәләр, бит-лектәр, антисептиктар кеүек һаҡланыу саралары, шулай уҡ ручкалар менән тәьмин иткән. Бынан тыш, диктан яҙыусының һәр береһенә баш ҡалабыҙ Өфөләге «Минең тарихым» мультимедия комплексына билеттар тапшырылған. Сарала ҡатнашыусыларҙы теркәүҙә, уларҙың температураларын үлсәп индереүҙә, һаҡланыу сараларын таратыуҙа ойош-тороусыларға ирекмәндәр ярҙам иткән. Диктантты яҙыр алдынан бланкты тултырыу һәм ундағы һорауҙарҙы үтәү буйынса инструктаж үткәрелде.
- Һәр аудиторияла сарала ҡатнашыусылар һаны 9-ҙан да артмай. Диктант тест формаһында, ул 25 һорауҙан тора. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә дөрөҫ яуапты ғына билдәләргә кәрәк, ҡайһы берҙәрендә яуапты үҙеңә яҙыу талап ителә. Әҙерлек сиктәрендә күп кенә сайттарҙан мәғлүмәттәрҙе ҡарап сығыу тәҡдим ителде. Ниндәйҙер һорауҙар әҙерлә-неүе беҙгә билдәле түгел, улар ябыҡ конверттарҙа килтерелде. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыу-сылар ниндәйҙер һорауға яуап бирә алмаһа, уларҙы артабан төплөрәк өйрәнеүгә иғтибар итә ала, - ти методист.
Светлана Тәскир ҡыҙы һүҙҙәре буйынса, әлеге панде-мияға бәйле шарттарҙы иҫәпкә алып, бындағы майҙансыҡҡа тик лицей уҡыусылары араһынан теләгәндәр генә йыйылған. Араларында ата-әсәләр ҙә бар, әммә уларҙың дөйөм һаны 50-нән артмаҫҡа тейеш. Офлайн режимда ҡатнаша алмағандар, диктантты онлайн яҙа алды. Беҙҙең ҡаланан 400-ҙән ашыу кеше онлайн режимда яҙыу өсөн Еңеү диктанты сайтында теркәлгән. Улар араһында уҡыусылар, педагогтар, хәрби комиссариат, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы вәкилдәре һәм башҡалар бар.
Диктантты яҙыу өсөн ҡатнашыусыларға 45 минут ваҡыт бирелде. Ә уның һөҙөмтәләрен һәр кем диктантпобеды.рф сайтындағы шәхси кабинетына инеп, теркәү ваҡытында бирелгән үҙ номерҙарын йыйып белә ала.
Читайте нас: