Физик тәрбиә төрлө яҡлап баланың үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Бөтә яҡтан үҫешкән граждан тәрбиәләү – заман талабы. Физкультура дәрестәрендә төп бурыс булып киләсәк тормошҡа әҙер, һәр яҡтан сәләмәт шәхес тәрбиәләү тора. Был дәрес балаларҙың гармониялы пси-хосоматик үҫешенә булыш-лыҡ итә, кескәйҙәрҙе сыныҡ-тыра, организмдың төрлө ауырыуҙарға, тышҡы мөхиттең насар тәьҫиренә ҡаршы тора алыусанлығын көсәйтә, сыҙамлығын, оҙайлы, ауыр эшкә һәләтлелеген арттыра.
Беҙҙең 53-сө балалар баҡсаһында ла физик тәрбиә биреү буйынса төрлө йүнәлештә эштәр алып барыла. Баланың күп ваҡыты баҡсала үтә. Шуға күрә барлыҡ шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Иртәнге гимнастика, физик тәрбиә дәрестәре, көндәлек режим ваҡыттары бик ҡыҙылы үтә. Ғаилә менән бергә төрлө спорт байрамдары даими үткәрелеп килә. Балаларҙың спорт ярыштарында теләп ҡатнашыуы киләсәктә спорт менән шөғөлләнергә ҙур этәргес булып тора. Бындай берлектәге саралар баланың шәхес булып формаллашыуына ла ҙур йоғонто яһай. Физик тәрбиә биреүҙең маҡсаты иһә - балаларға хәрәкәт күнегеүҙәрен биреү, уларҙың һаулығын нығытыу һәм төрлө физик күнегеүҙәр аша уларҙы төрлө яҡлап үҫеүгә булышлыҡ итеү.
Кескәйҙәр һөйләшергә генә түгел, дуҫтары менән уйнарға, туп тибергә, йүгерергә, һикерергә лә ярата. Йүгереү, мәргәнлек һәм зирәклек һәләттәрен үҫтереүсе уйындарҙы оҡшата кескәй дуҫтарыбыҙ.
Ҡыҫҡаһы, дөрөҫ туҡланыу, көндәлек режимды теүәл үтәү, организмды сыныҡтырыу, спорт менән шөғөлләнеү балаларыбыҙҙың һаулығына тик ыңғай ғына тәьҫир итә. Беҙ, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ошо юҫыҡта эш алып барырға тейешбеҙ. Сәләмәт һәм бар яҡтан өлгө булырҙай шәхес тәрбиәләү - төп бурысыбыҙ. Спорт - ул беҙҙең тормош, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем ял. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!
Дариға Ҡорбанғәлиева, тәрбиәсе.