газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
24 Июль 2020, 11:02

Яратҡан эш - ярты бәхет

Һәр кемебеҙҙең магазинға инмәгән сағы бик һирәктер. Әле тегеһе, әле быныһы кәрәк. Ғәҙәттә, үҙебеҙ өйрәнгән, һатыусылары алсаҡ булған кибеттәргә барырға күнеккәнбеҙ. Уларҙың һәр ҡайһыһының шәхси клиенты бар, әйбер һайлағанда ла һатыусылар кәңәшсе булырға тырыша. Иртәгә Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары айҡанлы эшенән йәм табып йәшәгән һатыусы - шәхси эшҡыуар Айгөл Бохараева тураһында яҙырға ҡарар иттек.

Йортобоҙҙоң янында ғына кондитер магазины урынлашҡан. Ғаиләм тәм-том менән сәй эсергә яратҡанға күрә, бында юл йыш төшә. Беҙ ҙә Айгөл Бохараеваның шәхси клиентына әйләнеп бөттөк тиһәк тә хата булмаҫ. Ысынлап та, ҡалала ниндәй генә башҡа ошондай магазиндар юҡ. Ә аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре бында тартыла. Сөнки Айгөл Марат ҡыҙы һатып алыусыларын һәр ваҡыт алсаҡ йөҙ менән ҡаршы ала, тәмлекәстәрҙе һайлашырға ярҙам итә. Ундай ергә барғы килеп кенә тора бит.
Айгөл Бохараева сауҙа өлкәһендә 25 йыл. Ә бит ул заманында йәйге полиатлон буйынса ҙур өмөттәр һалынған спорт мастерлығына кандидат та булған.
- Бәләкәйҙән бешеренергә, төрлө эксперименттар үткәрергә яраттым, һәр ваҡыт үҙ кафемды асыу теләге менән яндым. Ошо шөғөл-теләктәрем 133-сө һөнәри училищеға алып килгәндер инде, ашнаҡсы-кондитер һөнәрен һайланым. Мәктәп йылдарында уҡ спорт менән шөғөлләнә инем. Училищела ла был шөғөлөмдө ташламаным. Стадионда шөғөлләнгән ваҡытта тренерҙар мине ныҡлы шәйләп ҡалды. Шунан һуң тағы ла әүҙемерәк шөғөлләнә башланым. Ҡалаға күп кенә призлы урындар алып ҡайттым. Бер ваҡыт Сочиға ярышҡа барырға тейеш инем. Әммә финанс мөмкинлектәре быға кәртә ҡуйҙы. Аҡса етешмәгәнлектән мин шул ваҡытта беренсе тапҡыр туңдырма һатырға сыҡтым. Тапҡан-таянғанымды ата-әсәйемә биреп торҙом. Сауҙа өлкәһендә тәүгә үҙемде һынап ҡарау ҙа ошонда булды. Училищены тамамлағанда ныҡлы итеп сауҙа эшенә күнегеп киткәйнем инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спортты ҡалдырырға мәжбүр булдым, - тип һөйләй эшҡыуар.
Уҡыуын яҡшы тамамлаған ҡыҙ үҙ белгеслеге буйынса эшләп ҡарай - ашнаҡсы булып урынлаша, һатыуҙы ла бергә алып бара. Әммә күңеле менән һатыусы эшенә нығыраҡ тартыла. Тәүҙә ҡыҙы бәләкәй саҡта өҫтәмә аҡса эшләү өсөн кешегә ялланып баҙарҙа емеш-еләк һата. Ярты йылдан һуң тауар артынан Стәрлетамаҡҡа үҙе йөрөй башлай, йәғни үҙ-үҙенә эшләй. Йәш кенә булһа ла, тәүәккәллек иткән бит әле бындай аҙымға. Оҙаҡ ҡына үҙенә эшләгәндән һуң, уны товаровед итеп саҡыралар, һуңынан гипермаркетта мөдир, магазинда директор урынбаҫары була. Шунан һуң үҙ бизнесын ҡабаттан тергеҙеү мөмкинлеге тыуа. Бына хәҙер өс йылдан ашыу был магазин үҙенең һатып алыусыларын ҡыуандыра. Айгөл Марат ҡыҙының хыялы тормошҡа ашҡан, тип әйтергә мөмкин. Кафе булмаһа ла, ул тәмлекәстәр магазинын асыуға ирешкән.
- Эшемде яратам. Һөнәр һайлауым-да яңылышмағанмындыр, тип уйлайым. Һатып алыусыларымды көтөп алам. Тауарҙарҙы уларҙың үтенестәрен, теләктәрен иҫәпкә алып ҡайтарам. Кемгәлер крокет, кемгәлер пирожный кәрәк. Төп кәңәшселәрем дә - һатып алыусыларым, - ти Айгөл Бохараева.
Ысынлап та, бындағы тауарҙарҙың ассортименты бик бай. Йәнең теләгән печенье-прәниктәр, кәнфит-мармеладтар һәм башҡа бик күп тәмлекәстәр бар. Сәйҙәрҙең ниндәй генә төрө юҡ. Айгөл Бохараеваның магазины ишектәре һатып алыусылары өсөн һәр саҡ асыҡ.
Читайте нас: