Әкиәт геройҙары Буратино менән Мальвина урамға сығып, кешеләрҙән был байрамды белеү-белмәүҙәрен һорашты. Уларға байрамдың тарихы яҙылған буклеттар таратты.
- Был байрам яҡындарыңа ҡарата тоғролоҡто һәм бөтә һынауҙарға ҡаршы торорлоҡ ныҡлы мөхәббәтте кәүҙәләндерә. Тап ошо төп тойғолар ышаныслы ғаилә мөнәсәбәттәренең нигеҙен тәшкил итә. Был матур көн тураһында ҡала халҡы беләме икән? Шуны һорашырға ҡарар иттек. Бер уңайҙан йәштәрҙе социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителгән «Барыһы ла мөхәббәттән башлана» тип аталған акцияның ойошторолоуы менән дә таныштырҙыҡ һәм уларҙы унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙыҡ. Акция тамамланыу менән ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар бирелә. Сара төрлө йәштәге кешеләрҙе ғаилә институтына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, - ти китапхананың ойоштороу-методик бүлегенең төп методисы Евгения Поворотова.
Беҙ ҙә һорашып-белеүселәрҙең фекерҙәрен белешергә булдыҡ.
Зөлфирә Ильченко:
- Бөгөн бик матур байрам. Иртә таңдан был турала социаль селтәрҙәр ҙә иҫкә төшөрҙө. Минең дүрт балам, алты ейән-ейәнсәрем, ике бүләм бар, бик баймын һәм шуның менән бәхетлемен. Янымда торған ҡыҙ - һигеҙ йәшлек ейәнсәрем Диана. Мин уларҙың барыһын да яратам. Балалар - тормоштоң йәме, иң ҡәҙерле кешеләр. Улар йәшәргә көс бирә. Барлыҡ ғаиләләргә лә именлек, мөхәббәт теләйем.
Татьяна Антипина:
- Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Ошо байрам айҡанлы, йыл һайын саралар уҙғарабыҙ. Әммә быйыл, пандемия арҡаһында, эш форматын бер аҙ үҙгәртергә тура килде - онлайн-конкурс иғлан иттек. Һәр бала үҙ ғаиләһе менән фотоға төшөп, уны беҙгә ебәрергә тейеш ине. Ата-әсәләр ҙә был идеяны хупланы, бик күп матур фотолар килде. Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә бик шат. Ғаилә ул - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Унһыҙ йәмғиәтте күҙ алдына ла килтереп булмай. Үҙемә килгәндә, бер ҡыҙым бар. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамланы, ғаиләле, түҙем-һеҙлек менән ейән-ейән-сәрҙәремдең донъяға килеүен көтәм.