Конституцияға төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә бындай арт-объекттар республиканың күп кенә ҡала һәм райондарында барлыҡҡа килгән. Был сараның башлынғысында БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тора.
Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Евгения Ельцова һөйләүенсә, арт-объекттар буйынса тәүҙә беҙҙең ҡалала конкурс иғлан ителгән. Бәйгелә Салауат рәссамы Екатериана Волкова еңеп сыға һәм ул проекттың авторына әйләнә.
Матур һүрәтле кубтар янынан үткәндә кешеләр уларҙы туҡтап яҡшылып ҡарай башлай. Улар, күрәһең, үҙҙәренең бала саҡтарын иҫкә төшөрә, шунда уҡ йөҙҙәренә йылмайыу йүгерә. Күптәр рәсемдәр янында фотоға төшә. Ғөмүмән, был арт-объекттар салауаттарға яҡшы кәйеф бүләк итә.