газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
26 Июнь 2020, 14:31

Улар ҙа мөғжизә көтә

Беҙҙең ҡалала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү буйынса “Минең менән йөрө” социаль акцияһы үтте. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында улар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн мөғжизәле осрашыу уҙғарылды. Был сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла мөғжизәле донъяға сумды.

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тигән социаль технологиялар үҙәгенең эше һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың тормош сифатын яҡшыртыуға һәм инвалидтарға ҡарата йәмәғәттең ҡарашын үҙгәртеүгә йүнәлтелгән. Уның йүнәлештәре араһында “Интеллектус” үҙәгенең “Инвалидлығы булған балаларҙы күсмә фәнни күргәҙмә ойоштороу юлы менән социаль адаптациялау” проекты ла бар. Тап ошо проект Рәсәй Президенты грантына конкурста еңеү яулаған.
“Интеллектус” үҙәге директоры Айрат Сәйфуллин белдереүенсә, был фәнни шоу ваҡытында балалар үҙ ҡулдары менән төрлө тәжрибә уҙғарып, физика һәм химияны яҡшыраҡ аңлай башлай, ҡыҙыҡһыныу уяна.
Фәнни күргәҙмәгә тиклем балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған экспозициялар буйынса экскурсия уҙғарылды. Һуңынан йыйылыусылар фән донъяһына сәйәхәт ҡылды. Аспирантус тигән профессор ҡыҙыҡлы экспонаттар менән таныштырып ҡына ҡалманы, шулай уҡ төрлө эксперименттар күрһәтте, балаларға ла ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе. Улар осоусы туп, йырлаусы туҫтаҡ, сағым, хәрәкәтләнеүсе һүрәттәр һәм башҡа күренештәргә шаһит булды һәм уларҙың килеп сығышы менән танышты. Шулай уҡ уларға төрлө химик тәжрибәләр ҙә күрһәтелде.
Балалар был көндө алған тәьҫораттарға бик шат булды. Ата-әсәләр сараны ойоштороусыларға ошондай танып-белеү сараһы уҙғарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыу һуңында балаларға “Салауат Юлаев” хоккей командаһы акцияһы сиктәрендә йыйылған йомшаҡ уйынсыҡтар һәм музей тарафынан Рәсәй көнөнә арнап блокноттар, наклейкалар тапшырылды.
Читайте нас: