газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
26 Июнь 2020, 14:17

Алсаҡлығы менән балалар йөрәген яулай

Бөгөнгө һүҙем бергә эшләгән коллегам Әнисә Асҡарова тураһында булыр.

Әнисә Мостафа ҡыҙы “Йәштәш» йәштәр үҙәгенә 2017 йылдың декабрь айында килде. Ул социаль педагог булып хеҙмәтен 2007 йылдан бирле яратып башҡара. Быға тиклем коррекцион мәктәптә 7 йыл эшләгән. Беҙҙең үҙәккә килгәс уның эше һөҙөмтәһендә балиғ булмағандарҙың һаны ай һайын арта барҙы, хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 38-гә етте. Педагог балаларҙы төрлө-төрлө түңәрәктәргә йәлеп итә, алсаҡлығы, ябайлығы менән балаларҙың йөрәгенә үтеп инә белә. Йыл һайын Хажы ауылы эргәһендә ойошторолған «Ватан» палатка һәм дә көндөҙгө «Ҡалалағы йәй» лагерҙарына күпләп үҫмерҙәрҙе йыя. Шулай уҡ педагог балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар менән тығыҙ эш алып бара.
Быйыл беҙҙең Әнисә күп конкурстарҙа еңеүсе итеп танылды. Март айында республика кимәлендә йәштәр араһында уҙғарылған «Тере һүҙ» исемле бәйгелә ҡатнашып, III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Өфө ҡалаһында ул атаһы Мостафа Ишҡолов яҙған шиғыр менән сығыш яһай. Азамат Юлдашбаев тәрән эстәлекле шиғыры өсөн Әнисәнең атаһын махсус приз менән бүләкләй, үҙ ҡулы менән эшләгән таҡыяны бүләк итә.
Быйылғы йыл беҙҙең үҫмерҙәр клубы өсөн ҡаҙаныштарға бай. Яңыраҡ беҙҙең ойошма Башҡортостанда иң яҡшы йәштәр сәйәсәте учрежденияһы исеменә лайыҡ булды. Сөнки беҙ хеҙмәтебеҙҙе ысын күңелдән яратып башҡарабыҙ. Шулай уҡ быйыл йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хабибов Рәхмәт хаты менән баһаланы. Беҙҙең «Ватан» ойошмаһы республика кимәлендә “Иң яҡшы хәрби-патриотик клуб” номинацияһында I урынға, спорт-масса эше буйынса III урынға лайыҡ булды. Ошо һәр бер ҡаҙаныштарҙа беҙҙең социаль педагог Әнисә Асҡарованың өлөшө ҙур. Ул үҙенең активлығын тағы ла иҫбатлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арналған «Беҙгә был хаҡта оноторға ярамай» дисстанцион интернет конкурсында ҡатнашты һәм I урын алды.
Быйыл Әнисә Мостафа ҡыҙы терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү буйынса үҙ программаһын төҙөнө һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды.
Әнисә Асҡарова менән ғорурланабыҙ һәм уға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: