Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
29 Май 2020, 14:56

Туйһыҙ ғына өйләнешеү

Хәҙерге заманда туйһыҙ өйләнешеү осраҡтары һирәктер. Йәштәр үҙҙәренең ғүмерендә бер генә була торған ваҡиғаны иң иҫтәлеклеһе, иң сағыуы итеп үткәрергә тырыша. Әлбиттә, тормошобоҙ имен, Аллаға шөкөр, күптәрҙең үҙ балаларына бындай бүләк яһарға хәленән килә. Ә бына апрель, май айҙарына туйҙарын үткәреүҙе планлаштырғандар ни хәл ҡылды икән - бынау мәкерле коронавирус тигән сирҙең таралыуын иҫкәртеү маҡсатында бөтә ЗАГС-тарҙа, ресторан-кафеларҙа күмәк саралар уҙғарыу тыйылды бит.

Бына күптәнге таны-шымдың да Яңы йылға тиклем ҡыҙының кейәүгә сығырға йыйыныуы хаҡында һөйләгәне иҫкә төштө. Яҙын никах уҡы-тып, йәйен туй эшләргә тейештәр ине. Улар менән интернеттан бәйләнешкә сыҡтым.
- Апрелдә никах уҡытып, июндә туй уҙғарырбыҙ тип йыйынғайныҡ. Бөтә пландар кисектерелде. Буласаҡ ке-йәүебеҙ бөтөнләй Себер тарафтарынан ҡайта алмай ята, эштәренән ебәрмәйҙәр, сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн вахтасыларҙы алыштырмайҙар. Шулай никах та уҡыта алманыҡ, туйҙы ла күсерергә тура килде, әлегә авгусҡа тип билдәләгән булдыҡ, - тип һөйләй ул.
Эйе, был йәштәр кеүек, әлеге хәлдәргә бәйле, бик күптәр туйҙарын күсерергә мәжбүр булды.
- Апрель һәм майҙа ЗАГС-та никахтарын теркәү өсөн 41 ғариза бирелгәйне. 27 пар туйҙарын башҡа ваҡытҡа күсерҙе, 5-әүһе бөтөнләй ғаризаларын алды, - тип һөйләй Салауат ЗАГС бүлеге начальнигы Люциә Әлибаева.
Шулай ҙа бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ЗАГС-та ике кеше - кейәү менән кәләш кенә булырға тейеш тигән талаптар ҡуйылһа ла, тәғәйен ваҡытта сәстәрен-сәскә бәйләп, законлы никахтарын теркәргә теләүселәр ҙә юҡ түгел икән.
- Ошо ике ай эсендә 9 парҙың законлы никахын теркәнек. Был тантанала тик егет менән ҡыҙ ғына ҡатнашты һәм сара барлыҡ санитар-эпидемиологик шарттарҙы үтәп башҡарылды, - ти Люциә Әхмәт ҡыҙы.
Шулай уҡ уның һүҙҙәренсә, Салауат ЗАГС-ы был көндәрҙә эшләгән. Улар тыуыу һәм үлем тураһында таныҡлыҡтар биргән. Башҡа һорауҙар буйынса ҡабул итеү алып барылмаған.
Бына шулай, был әкәмәт, яңы коронавирус тигән сирҙе әйтәм, тормошобоҙҙо тулы-һынса үҙгәртте. Хатта гөрләтеп туй үткәреп өйләнешергә уйлаған йәштәргә кәртә ҡуйҙы. Минеңсә, мөхәббәттәре ныҡ булған парҙар өсөн был бер ни түгелдер, сир ни үтер ҙә китер, иң мөһиме уларҙың ғүмерлеккә һөйөү ялҡыны һүнмәһен.
Читайте нас: