газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
29 Май 2020, 15:01

Бәхеттәре булһын сабыйҙарҙың

Йәйҙең беренсе көнөндә күңелдәргә йылылыҡ, яҡтылыҡ өҫтәүсе байрам - Халыҡ-ара Балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Сабыйҙар бит - тормош сәскәһе!

Илдә карантин иғлан ителгәс, балалар баҡсалары ла тынып ҡалды. Күптән түгел, үҙ аллы изоляция шарттары йомшар-тыла башлағас, ҡайһы бер предприятие, ойошмалар яйлап үҙ эшен тергеҙҙе. Ата-әсәләр эшкә сығыу сәбәпле, балалар баҡсаһына мохтажлыҡ килеп тыуҙы. Проблеманы хәл итеү йәһәтенән ҡалала дежур төркөмдәр ойошторолдо.
Тоғро дуҫыбыҙ булған 53-сө балалар баҡсаһына юлландыҡ. Тоғро дуҫтарыбыҙ тип әйтәбеҙ, сөнки улар йыл да гәзитебеҙҙе күпләп алдырта. Быйыл да, гәзиткә яҙылыу кампанияһы иғлан ителгәс тә, әүҙем яҙыла башланылар.
- 18 майҙан беҙҙең балалар баҡсаһында ҡала балалары өсөн дежур төркөмдәр асылды. Тәүҙә дүртәү генә ине, бөгөнгө көндә ете төркөм тулы ҡеүәттә эшләй. Һигеҙенсеһе тупланған, ул 1 июндән асыла. Балаларҙы йәш үҙенсәлектәренә ҡарап бүлдек. Ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн иртәнге сәғәт 7-нән киске 6-ға тиклем эшләйбеҙ. Балаларҙы бөтә талаптарҙы үтәп ҡабул итәбеҙ: иртән уларҙың тән температуралары үлсәнә, ата-әсәйҙәр төркөмгә бөтөнләй үткәрелмәй. Уларҙы тәрбиәселәр ишек төбөндә ҡаршы ала. Мотлаҡ педиатрҙан һәм ата-әсәләрҙең эш урынынан белешмә талап ителә. Балалар төрлө баҡсаларҙан йыйылған булһа ла, тиҙ яраҡлашып киттеләр, уртаҡ тел таптылар, - тип һөйләй 53-сө балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина.
Кескәйҙәр ҙә өйҙә ултырып арыған, ахырыһы. Улар тышта рәхәтләнеп уйнай, бер-береһе менән ихлас аралаша, биләмә шат тауыштарҙан яңғырап тора. Бала саҡ - иң мәшәҡәтһеҙ һәм бәхетле мәл, ул күңелдә йылы хистәр генә ҡалдыра. Сабыйҙарҙың йөҙөнән йылмайыу китмәһен, улар һөйөү һәм наҙға сорналып ҡына йәшәһен ине.
Читайте нас: