газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Май 2020, 12:09

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ.

Мин ҡарт ҡартатайым Хужәхмәтов Бәхетйән Әхмәтйән улы тураһында яҙғым килә. Ул 1922 йылда Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуа. 1942 йылда һуғышҡа алына. Ҡартатайым данлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының 303–сө уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Белоруссияны, Курск дуғаһын азат итеүҙә ҡатнаша.
Ҡаты яраланғандан һуң, оҙаҡ ҡына госпиталдә ята. Һуғыштан һуң Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында беренсе Еңеү Парадында ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн бик күп орден, миҙалдар менән бүләкләнә.
Ҡартатайым 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Өйләнеп, Мәғәфиә ҡартәсәйем менән 10 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡартатайым колхозда бригадир вазифаһын башҡара. 1976 йылда, ҡаты ауырығандан һуң, вафат була. Олатайым туғандарҙың, ауылдаштарҙың хәтерендә батыр, тынғыһыҙ, эшһөйәр, изгелекле кеше булып иҫтә ҡалған. Мин уның менән ғорурланам!!!
Илназ Хужәхмәтов, 3-сө класс уҡыусыһы.
Читайте нас: