газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Май 2020, 12:08

Оло юлдан яуға киткәндәр

Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр.

Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр.
Өләсәйемдең олатаһы Абдрахман Динислам улы Ильясов 1908 йылда Ишембай районы Маҡар ауылында тыуып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се атлы дивизияһына ҡушылып фронтҡа китә.Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты, иң аяуһыҙ Сталинград алышында ҡатнаша. Кенигсберг ҡалаһын яулап, Берлинға тиклем етә.
Ҙур батырлыҡтары өсөн олатайым «Ҡыҙыл йондоҙ» , «III дәрәжә Ватан һуғышы» ордендары, «Берлинды алған өсөн», «Кенигсбергты алған өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Олатайым һуғышта алты тапҡыр яралана, ике тапҡыр контузия ала.
Һәр аҙымда һағалап торған үлемде еңеп, күкрәгенә еңеү миҙалдары тағып Абдрахман олатайым тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар ғүмер итеп, 1984 йылдың яҙында донъя ҡуя.
Минең уйымса, ул ҡанлы, ҡәһәрле һуғышта ҡатнашыусы һәр бер һалдат хөрмәткә, мең-мең рәхмәткә лайыҡ!
Әҙилә Шәрәфетдинова, 4б класы уҡыусыһы.
Читайте нас: