газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Май 2020, 12:05

Олатайҙарым менән ғорурланам

Быйыл илем Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы ала. Был ҙур Еңеүҙә ҡәҙерле ҡарт олатайҙарымдың да өлөшө бар. Байтимер Шәрифулла улы Иркәбаев менән Дәүләтгәрәй Йыһангир улы Ҡотошев - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары.

Быйыл илем Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы ала. Был ҙур Еңеүҙә ҡәҙерле ҡарт олатайҙарымдың да өлөшө бар. Байтимер Шәрифулла улы Иркәбаев менән Дәүләтгәрәй Йыһангир улы Ҡотошев - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. Байтимер олатайым Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 34 йәш булған. Олатайым Ленинград блокадаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Дәһшәтле һуғыш йылдары хаҡында үҙе һөйләргә яратмаған.
Дәүләтгәрәй олатайым Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуған. Ул 1942 йылдың ғинуар айында һуғышҡа алына, ошо уҡ йылдың октябрь айында ҡаты яраланып вафат була. Өләсәйем уның өсмөйөшлө хаттарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарымдың юғары наградалары, ҙур хәрби дәрәжәләре булмаһа ла, минең өсөн улар – ысын батырҙар. Сөнки улар ғүмерҙәрен аямайынса Ватаныбыҙҙы, донъяға тыуған һәм тыуасаҡ балаларҙы, киләсәк быуынды дошмандан һаҡлаған. Ошонан да ниндәй ҙур батырлыҡ бар донъяла?
Таһир Байгилдин, 1-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: