газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Май 2020, 12:04

Минең олатайым

Минең олатайым Биктимер Фәрхетдин улы Ғүмәров тә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Минең олатайым Биктимер Фәрхетдин улы Ғүмәров тә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул ун һигеҙ генә йәшендә хеҙмәт сафына алына. Һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа китә. II Белоруссия фронтында олатайым ашнаҡсы булып хеҙмәт итә, һалдаттарға аҙыҡты һуғыш яланына ташый. Ат менән үтә алмаҫлыҡ ерҙә эҫе аш менән тулы термосты арҡаһына аҫып алып бара ул. Һалдаттар ас ҡалырға тейеш түгеллеген һәр ваҡыт иҫенән сығармай. Бер нисә тапҡыр ут аҫтында ла ҡалырға тура килә олатайыма. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршы ала.
Олатайым тыуған яғына һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды еңгән өсөн” миҙалдары, “Ватан һуғышы” ордены менән бүләкләнә. Беҙ олатайым менән ғорурланабыҙ. Дан һеҙгә, һуғыш ветерандары!
Даниил Плотников, 3г класы уҡыусыһы.
Читайте нас: