газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Май 2020, 12:01

Ғүмерлеккә беҙҙең иҫтә

1941–1945 йылдарҙағы һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Һуғыш ауырлыҡтарын уҡып, ишетеп кенә беләбеҙ. Ошондай матур, рәхәт тормошта йәшәр өсөн күпме ҡан түгелгән. Беҙ уны бер ҡасан да оноторға тейеш түгел.

Беҙҙең ғаиләнән дә ике ҡарт олатайыбыҙ һуғышҡа алына. Береһе өләсәйемдең олатаһы - Әхмәҙулла Сәлим улы Ғәйнуллин. Ғүмерендә ҡулына мылтыҡ тотмаған 32 йәшлек ауыл егете, ҡатынын, ике малайын ҡалдырып, һуғышҡа китә. Бер ай үткәс тә өсмөйөшлө хат килә... Ҡарт олатай бөтә эште үҙ өҫтөнә ала. Колхозда эшләй. Әсәһенә, ҡустыһына бик ныҡ ярҙам итә. Ас, яланғас, үлән ашап, картуф ҡабығы сәсеп ауырлыҡтарҙы кисерәләр.
Икенсе ҡарт олатайым Садиҡ Ғаплатип улы Сапыҡов 1909 йылдың 28 майында тыуған. 1941-1945 йылдарҙа Ленинград фронтында пулеметчик булып хеҙмәт иткән.
Орден һәм миҙалдарға лайыҡ булған. Һуғыштан һуң алған яраларынан ныҡ һыҙланған. Ҡарт олатайым һуғыш тураһында һөйләргә яратмаған. Бергә хеҙмәт иткән дуҫтары ҡунаҡҡа килгәндә генә әҙерәк һүҙ сығып алған. Башта ҡосаҡлашҡандар, шунан көлгәндәр, аҙаҡ илағандар.
Уларҙы һәр ваҡыт иҫкә алабыҙ. Фотоларын, документ-тарын, бүләктәрен, хаттарын һаҡлайбыҙ. Уҡытҡан доғалар, барып етһен уларға. Урындары ожмахта булһын!
Ҡәҙриә Ишматова, 4-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: