Сығышы менән Илеш районы Аҡкөҙәй ауылынан булған олатайымдың олатаһы Мәхийән Нурғәли улы Нуриманов 1942 йылда Сталинград һуғышында ҡатнашҡан. Уға ул ваҡытта утыҙ йәш тулған була. Өйҙә уны ғәзиз балалары һәм ҡатыны көтөп ҡалған. Һуғышҡа ул бер әҙерлекһеҙ эләгә. Һуғыш ҡоралы уға бирелмәй, сөнки бөтәһенә лә етмәй. Дошманға ҡаршы йоҙроҡ менән барырға тура килә. Һуңынан һуғыш яланында һәләк булған һалдаттың мылтығын ала. Күрше ауыл егете менән бер ротаға эләгәләр. Бер аҙҙан ҡартатайым һәләк була. Фашист снаряды уны аямай.
Был хәбәрҙе беҙҙең туғандарыбыҙға күрше ауыл егете алып ҡайта. Уның аяғына снаряд ярсығы тейеп яраланған була.
Тик уның хәбәренән һуң хат килеп төшә. Ул хатта олатайыбыҙҙың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында яҙыла. Туғандары нимә уйларға ла белмәй. Уларҙың йөрәгендә өмөт сатҡылары уяна. Бәлки ул тере...Бәлки ул ҡайтыр...Бәлки ул госпиталдә...
Рената Баһманова, 3г класы уҡыусыһы.