Минең дә ҡарт олатайҙарым һәм ҡарт өләсәйҙәрем һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары. Фәзлиәхмәт Әхмәр улы Ҡорбанғәлиев 1918 йылда Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылда китә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн “II дәрәжә Ватан һуғышы” ордены менән бүләкләнә. Ҡайтып колхозда эшләй, 1991 йылда вафат була. Икенсе ҡарт олатайым Әйүп Әҙелмырҙа улы Әбдрәшитов 1907 йылда Бөрйән районы Яңы Усман ауылында тыуған. Алкинола һуғышҡа әҙерлек үтә, 112-се кавалерия дивизияһына эләгеп,1941 йылдың 6 авгусында һуғышка инә. Ул Украина ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың 14 ғинуарында уң аяғы яраланып госпиталдә ятып сыға. Сержант булып 1945 йылда демобилизациялана. 1946 йылдың 6 авгусында “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ҡайтҡас колхоз, ауыл совете рәйесе булып эшләй. 1991 йылдың ҡышында вафат була. Мин ошо ҡарт олатайҙарым менән ғорурланам һәм улар беҙҙең йөрәк түрендә мәңге йәшәр. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙҙә уларҙың өлөшө сикһеҙ ҙур.
Әлиә Ҡорбанғәлиева, 4-се класс уҡыусыһы.