Өләсәйемдең атаһы Александр Илла-рионович Макаров - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1939 йылда Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланып, фашистар Польшаға һөжүм иткәс, ул Украинаны һәм Белоруссияны азат итеү кампанияһында ҡатнашҡан. Артабан 1939 йылдың декабренән 1940 йылдың мартына тиклем Финляндияға ҡаршы ла һуғышҡан. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул гитлеровсылар менән шулай уҡ Белоруссия ерҙәрендә көрәшкән. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән наградаланған. 1942 йылда ҡаты яраланып, Ҡыҙыл Армия сафынан демобилизацияланған. Артабан тылда хеҙмәт иткән.
Ветерандар беҙҙең киләсәгебеҙ, бәхетле тормошобоҙ өсөн бар көсөн биргән. Рәхмәт уларға!
Денис Сәләхов, 5а класы уҡыусыһы.