газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
27 Апрель 2020, 10:58

Ирекмәндәрҙә - ҡала көсө

Салауатта ирекмәндәр хәрәкәте юҡҡа ғына «Ҡала көсө» исемен йөрөтмәй. Улар һәр ваҡыт төрлө изге эштәр үҙәгендә ҡайнап, йәмғиәтебеҙҙә мәрхәмәтлек, бер-береңә ярҙам итеү, изгелек тантана итеүен иҫбатлай. Әлеге коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу өсөн иғлан ителгән үҙ аллы изоляция осоронда ла кешеләргә иң яҡшы сифаттар хас булыуын изге ғәмәлдәре менән дәлиләй - улар мохтаж булған оло быуын вәкилдәренә, инвалидтарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары тарата. Уларҙың эшенә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов та юғары баһа бирҙе.

- Әлеге ваҡытта аҙыҡ-түлек йыйылмаларын таратыу менән шөғөлләнәбеҙ. Уларҙы беҙгә Дөйөм Рәсәй фронты килтерҙе. Йыйылманы алыусылар исемлеге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығында раҫланған. Ҡалала инде был исемлек халыҡты социаль яҡлау идаралығы һәм ғаиләгә ярҙам үҙәге менән килешелде. 16 апрелдә беҙгә аҙыҡ-түлектәр килтерелде, улар һәр ҡайһыһы айырым ҡаптарҙа ине, ирекмәндәр уларҙы айырым бер пакетҡа йыйҙы. Ике көндән һуң адрестар буйынса таратыла башланы. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһын алырға тейешлеләр исемлегендә тәү сиратта 65 йәштән олораҡ һәм социаль пенсиялары 9 мең һумдан кәм булған кешеләр, I һәм II төркөм инвалидтары тора. Бөгөнгө көнгә ҡарата беҙ 200-ҙән ашыу ғаиләгә уларҙы тараттыҡ. Ошо көндәрҙә тапшырып бөтөргә планлаштырабыҙ, - тип һөйләй ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Евгения Ельцова.
Барлығы беҙҙең ҡалала 516 кешегә йыйылманы таратыу ҡаралған. Ул 10 төр аҙыҡ-түлектән тора. Шулай уҡ киләсәктә ололар һәм инвалидтарҙан тыш, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, эшһеҙ ҡалған ғаиләләр өсөн дә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү ҡарала.
Евгения Владимировна билдәләүенсә, йыйылманы таратҡанда ирекмәндәр бөтә һаҡлыҡ сараларын үтәй, ололар янына яҡын бармай, һәр ирекмән битлектә һәм бирсәткәлә, махсус кейемдә һәм таныҡлыҡ менән йөрөй. Аҙыҡ-түлек тапшырылырға тейешле кешеләр алдан шылтыратып иҫкәртелә. Барлығы 70 ирекмән эшләй. Уларҙы битлектәр һәм перчаткалар менән тәьмин итеүҙә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты булышлыҡ иткән. Ирекмәндәр сафында йәштәр генә тип уйлау дөрөҫ түгел, эйе, күпселекте студенттар тәшкил итә, шулай уҡ араларында эшҡыуарҙар ҙа, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә бар. Мәҫәлән, эшҡыуар Альберт Торошев транспорт менән тәьмин итеүҙә ярҙам итә. Ирекмәндәр һәр йома һайын “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте үҙҙәренең пенсионерҙарына әҙерләгән аҙыҡ-түлек йыйылмаларын да тарата.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов аҙыҡ-түлек йыйылмаһына Башҡортостан етештереүселәре продукттары инеүе менән дә ҡыҙыҡһынды. Унда ысынлап та үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән ризыҡтар һалынған.
Игорь Миронов ирекмәндәр рәтен ниндәй кешеләр тулыландырыуы, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һорашты. Евгения Ельцова барлыҡ мәсьәләләрҙең эшлекле тәртиптә хәл итеүен әйтте. Шулай уҡ ҡаланың ирекмәндәр хәрәкәте башҡа төрлө сараларҙа ла үҙҙәрен актив күрһәтеүен, ҡатнашыуын, ғөмүмән, уларҙың киң йүнәлешле эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләне.
- Һеҙҙең ошо эшкә бөтә күңелегеҙҙе һалып башҡарыуығыҙ күренеп тора. Бигерәк тә әлеге ауыр осорҙа кешеләргә шатлыҡ бүләк итәһегеҙ. Ошоноң өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине Игорь Геннадьевич ҡала ирекмәндәренең эшен юғары баһалап. – Был аҙыҡ-түлек йыйылмаһы хаҡлы ялдағылар өсөн лайыҡлы күстәнәс, тип уйлайым. Ололарға, яңғыҙ пенсионерҙарға, инвалидтарға, ветерандарға еңел булмаған осорҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған ирекмәндәрҙең изге эшен күреү йәмғиәттең ни тиклем һау булыуын күрһәтә.
Тимур Шаһиморатов, Настя Попова, ирекмәндәр:
- Беҙ ирекмәндәр рәтендә күптән. Ололарға, күп балалы ғаиләләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, - ти улар. – Бына әле лә пенсионерҙарҙың йорттарына аҙыҡ-түлек йыйылмалары алып барып тапшырыу менән уларҙың шат булыуын күреү күңелдәргә йылылыҡ бирә. Беҙ уҡып та, эшләп тә йөрөгәс, буш ваҡытта таратырға тырышабыҙ.
Уларға көнөнә 30-лап адрес буйынса йөрөп сығырға тура килә, йәмғеһе был эш 3-4 сәғәт тирәһе ваҡытты ала. Әммә ҡайһы кешеләр өйҙә булмай сыға, йә асмай, шуға күрә иртәгәһенә ул кешегә барып, үҙ бурыстарып атҡарып ҡуя ирекмәндәр.
Читайте нас: