газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
25 Март 2020, 10:40

«Ҡала көсө» көсөн йәлләмәй

Ҡаланың «Ҡала көсө» ирекмәндәр хәрәкәте тураһында күптәр ишетеп кенә түгел, ә күреп тә беләлер. Сөнки ойошторолған күпселек саралар улар ҡатнашлығынан башҡа үтмәй тиерлек.

Ирекмәндәр төрлө йүнә-леш буйынса эшләй: Еңеү көнөндә ветерандарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтә, халыҡ араһында наркотиктарға, насар ғәҙәттәргә ҡаршы пропаганда алып бара, сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтыра. Быйыл иһә йәштәр үҙҙәрен өр-яңы йүнәлештә һынарға тәүәккәллек иткән.
- Беҙ Хәүефһеҙлек ирек-мәне булып ҡарарға ниәт иттек. Йәштәргә тәүҙә белгестәр уҡыу үткәрә, һуңынан ғына үҙҙәре эшкә тотона. Уҡыусыларға был бик оҡшай, теләп ҡатнашалар. Киләсәктә лә ошо йүнәлеште киң йәйелдерергә тырышасаҡбыҙ, - тип һөйләне «Ҡала көсө» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Илүзә Дәүләтбәкова.
Ошондай тәүге уҡыуҙар Салауат район-ара күҙәтсе-лек эшмәкәрлеге һәм про-филактик эш бүлегенең өлкән инспекторы Илдар Ғималетдинов ҡатнашлы-ғында уҙҙы. Белгес йәш-тәргә хәүефле яҙғы-йәйге осор етеүен, был ваҡытта янғындарҙың, башҡа ғәрә-сәттәрҙең күбәйеүен һөйләне.
- Хәүефһеҙлек ирек-мәндәре күп кеше ҡатнаш-лығындағы сараларҙа һәм форумдарҙа, ял итеү урын-дарында, туристик маршрут-тарҙа дежурлыҡ ойоштора. Бынан тыш, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләргә тәүге ярҙам күрһәтергә, үҙең-де нисек тоторға кәрәклекте аңлаталар. Бына бөгөн һеҙ ҙә уҡыу үтәһегеҙ. Тиҙҙән үҙегеҙ ошо ҡағиҙәләрҙе ҡала халҡына еткерерһегеҙ. Ә дөрөҫөрәге, һеҙ ҡотҡарыусыларҙың тәүге ярҙамсыларына әйләнәсәк-һегеҙ. Яңы йүнәлештә уңыштар теләйем, - тине Илдар Фәнит улы.
Ирекмәндәр белгестең әйткәндәрен, өйрәткәндәрен иғтибар менән тыңлап, иң мөһим нәмәләрҙе отоп ҡалырға тырышты.
Үҫмерҙәрҙең үҙҙәренең фекерҙәрен белешәм.
Ләйсән һәм Лиана Усмановалар, 24-се мәктәптең 11-се класс уҡыусылары:
- Ирекмәнлек хәрәкәтенә ике йыл йөрөйбөҙ. Изгелек ҡылыу, ихлас күңелдән ярҙам итеү - сауаплы эш. Әлеге яңы йүнәлеш тә бик оҡшай. Янғын, ташҡын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр айырыуса ҡурҡыныс тыуҙыра. Беҙ шулар хаҡында халыҡҡа еткерергә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тейеш, - ти әүҙем ҡыҙҙар.
Читайте нас: