- Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы әсә булыуҙа. Мин дә татыным был бәхетте. Балаларым - ҡошсоҡтарым минең, тормош мәғәнәһе, йәшәү йәме. Ике балаға ғүмер биргәнгә икеләтә бәхетлемен. Үҙеңде генә уйламайһың хәҙер, ә сабыйҙар өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһон кисерәһең. Хәләлем Илгиз дә ауыр саҡта терәк булырҙай ышаныслы тормош иптәше, - ти Рәсимә.
Миләүшә - әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Ҡәҙерлеһенең эргәһендә генә йөрөй. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә үҙе эшләгән сәскәне лә бүләк итеп өлгөрҙө. Әсәйеңә йортта нисек булышаһың, тигән һорауыма ҡыҙсыҡ ышаныслы яуап бирҙе.
- Ҡустымды ҡарашырға ярҙам итәм. Ул иламаһын, йығылып төшмәһен өсөн борсолам. Әсәйемде бик яратам. Ул - матур, яҡшы әсәй. Беҙҙе тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйлай, - ти ҡыҙ.
Ә ике айлыҡ Булат әлегә әсәһенең йылы ҡосағында иркәләнә.
Рәсимә барлыҡ гүзәл заттарҙы Яҙ байрамы менән ҡотлай.
- Ҡатын-ҡыҙ - ғаилә усағын һаҡлаусы. Балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай, мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Ошо матур байрамыбыҙҙа имен тормош, бәхет теләге килә, - ти ул.
Башҡортостан Башлығы ла рес-публикала демографияны яҡшыртыу бурысын ҡуя. Рәсимә кеүек балаларын тәрбиәләүгә яуаплы ҡараған әсәләр күберәк булғанда, хәлдең яҡшырыуына өмөт итергә була.