газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Февраль 2020, 11:25

Туған телем - шиңмәҫ шишмә

Бөгөн Туған телдәр көнө билдәләнә. Ошоға бәйле ҡалала күп кенә саралар уҙғарылды. Ҡала үҙәк китапханаһында ла “Туған телем - бөтмәҫ шишмә” тип аталған матур квиз-уйыны ойошторолдо. Ул республикала иғлан ителгән “Туған телгә - 100 аҙым” проекты сиктәрендә лә үткәрелде.

Квиз-уйыны - ул өндәшмәй, урындан ҡысҡырмайынса бирел-гән һорауҙарға яуаптарҙы ҡағыҙға яҙып барыу, тигәнде аңлата. Һорауҙар экрандан да күрһәтелде, алып барыусы, китапханасы Йәзилә Хәлимова ла уҡып ишеттерҙе. Сараға Салауат медицина колледжының 1-се курс студенттары саҡырылғайны. Егет һәм ҡыҙҙар “Отҡорҙар”, “Тапҡырҙар”, “Зирәктәр” һәм “Осҡондар” командаларына бүленеп ярышты. Командалар үҙ девизын да яңғыратты.
Конкурс халыҡ ижады - мәҡәлдәр буйынса белемдәрҙе тикшереүҙән башланып китте. Мәҡәлдәрҙең беренсе өлөшө бирелә, ҡалғанын командалар дауам итергә тейеш. Һуңынан йомаҡтарҙың яуабын эҙләнеләр, ребустар сисеп, әкиәт батырҙарының исемдәрен асыҡланылар, шаян һорауҙарға ла яуап бирҙеләр. Быларҙың барыһын да егет-ҡыҙҙар йәһәт кенә башҡарып сыҡты. Ә бына әҙәбиәткә, сәнғәткә, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәренә, Башҡор-тостандың тарихи урындарына, ҡомартҡыларына бәйле һорау-ҙарға еткәс, хәлдәр бер аҙ ҡатмарлашты. Сөнки уларға яуап бирер өсөн үткәндәргә байҡау яһап, тарихты иҫкә төшөрөргә кәрәк ине. Әйтәйек, төрки халыҡтарының нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән ырыу билдәһе нимә ул, һарыҡ йөнөнән туҡыма һуғыу нисек аталған, шиғри хикәйәт, яҡын һәм Урта көнсығыш классик шиғриәтенән алынған ике юллыҡ шиғыр нимә була, тигән һорауҙарға уҡыусылар яуап таба алмай оҙаҡ баш ватты. “Серле донъя” тип аталған конкурста серле квадратта буталған хәрефтәрҙән туғыҙ башҡорт халыҡ шағирҙарының һәм яҙыусыларының исем-фамилияларын табырға кәрәк булды. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр уларҙың барыһын да белде. Тимәк, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәре йәштәргә ят түгел.
Уйын барышын баһалама ағзалары - ҡала башҡорттары ҡоролтай рәйесе Азат Юлтиме-ров менән китапхананың уҡыу залы китапханасыһы Миләүшә Кинйәбулатова күҙәтте, эштәргә баһа бирҙе. Улар мәрәйҙәрҙе иҫәпләгән арала студенттар туған телгә арналған шиғыр-ҙарҙы саф башҡорт телендә уҡып ишеттерҙе.
Шулай итеп, 35 мәрәй йыйып, “Тапҡырҙар” командаһы еңеү яуланы. Ҡалғандары ла уларҙан 1-2 мәрәйгә генә ҡалышты. Азат Юлтимеров сараның телде һаҡлау, яҡлау, уны үҫтереү йәһәтенән бик әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте.
- Уҡыусыларҙың сарала теләп ҡатнашып ултырыуын күреп бик ҡыуандым. Сара башҡорт теленең матурлығын, нәфислеген, ни тиклем бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ҡайһы бер һорауҙарға яуап эҙләгәндә үҙем дә икеләнеп ҡуйҙым. Студенттарҙың фекерләп, кәңәшләшеп эш итеүе бик оҡшаны. Ошондай уҡ уйындарҙы өлкәндәр араһында ла мотлаҡ үткәрергә кәрәк. Сараны ойоштороусыларға ла, унда ҡатна-шыусыларға ла рәхмәт белдерәм. Телде өйрәнәйек, яратайыҡ, ҡурса-лайыҡ, - тине Азат Шәрип улы.
Кисә һуңында һәр командаға татлы приз өләшелде.
Читайте нас: