газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Февраль 2020, 11:21

Паспортлы булыу - мөһим ваҡиға

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҡаланың Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында 14 йәше тулған 100 балаға мөһим документ - паспортты тантаналы шарттарҙа тапшырҙылар.

- Ҡәҙерле йәштәр! Паспорт - шәхесте раҫлаусы, юридик көскә эйә документ. Уны алыу менән кешенең хоҡуҡтары һәм бурыстары ла арта. Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн үҙеңә яуап бирергә тура килә. Хәҙер һеҙ - Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы граждандары. Юғары исемгә тап төшөрмәгеҙ, уны ғорур йөрөтөгөҙ. Паспортты юғалтҡан, бысратҡан өсөн дә административ яуаплылыҡ ҡаралған, шуның өсөн мөһим документҡа ҡарата һаҡсыл ҡарашта булығыҙ, - тине Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы полиция подполковнигы Оксана Лоҡманова.
Саҡырылыусы ҡунаҡтар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискарев та бар ине. Ул да балаларға үҙенең өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе, илебеҙҙең бөтә Европаны фашист ҡоллоғонан ҡотҡарыуы тураһында һөйләне, Рәсәй Федерацияһы граждандары булыуҙарына ғорурланырға кәрәклеген әйтте.
Ҡулдарына паспорт алыусы уҡыусыларҙың йөҙөнә тулҡынланыу билдәһе сыҡҡан. Был аңлашыла ла, сөнки документ алыу менән бергә яуаплылыҡ та бермә-бер арта. 21-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Вилдан Ишбаев та (һүрәттә) быны яҡшы аңлай.
- Өлкәнәйеп киткәндәй тоям үҙемде. Шуның менән бер рәттән, ҡылыҡтарым өсөн үҙемә яуап тоторға тура киләсәге лә көн кеүек асыҡ. Рәсәй гражданы тигән исемгә тап төшөрмәҫкә тырышасаҡмын, - ти егет.
Тантана Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үткәрелгәс, Вилданға Тыуған илде һаҡлауға, армияға ҡағылышлы һорауҙарымды ла бирәм.
- Ике туған ағайҙарым яңы ғына хеҙмәт итеп ҡайтты. Уларҙың икеһе лә армия - һәр ир-егеттең тормошонда мөһим этап, уны һәр кем үтергә тейеш, хеҙмәт итеү холоҡто сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, рухты нығыта, тинеләр.Ил алдындағы бурысты лайыҡлы үтәргә әҙермен, - тине ышаныслы итеп буласаҡ һалдат.
Читайте нас: