газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Февраль 2020, 15:15

"Һеҙгә әйтер һүҙем бар!"

Кисә "Торатау" конгресс-холында #ӨЙҘӘ студенттар форумы үтте.

Кисә "Торатау" конгресс-холында #ӨЙҘӘ студенттар форумы үтте.
Башҡортостандан ситтә белем алған, йәшәгән йәштәрҙе бер майҙанға туплау тәҡдиме - республика етәксеһе Радий Хәбировтыҡы. Ул үҙе форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа була алманы, әммә видеояҙма аша сәләм юлланы.
"Мин әле Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы тарафынан ойошторолған губернаторҙар уҡыуҙарында, әммә һеҙгә әйтер һүҙем бар.
Был сара – минең инициативам, һеҙҙең менән күрешкем, һөйләшкем, нисек йәшәүегеҙҙе, ҡасан өйгә ҡайтырға йыйыныуығыҙҙы һорашҡым килде. Беҙ йәштәребеҙҙең Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында белем алыуы менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ. Республикабыҙ үҫешенә өлөш индерер йәштәр кәрәк. Мин үҙем дә ун йыл ғүмеремде Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә арнаным, һөҙөмтәлә тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Беҙ өйҙә кәрәк. Көтәбеҙ һеҙҙе!" – тине Радий Фәрит улы.
Форумда студенттар төрлө темаға арналған майҙансыҡтарҙа шөғөлләнде, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашты, аҙаҡ барыһы ла төрлө тармаҡ министрҙары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашты.
Читайте нас: