газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
4 Февраль 2020, 17:47

Балалар - бәхет билдәһе, тормош йәме

Гәзит биттәрендә өлгөлө ғаиләләр тураһында мәҡәләләр йыш донъя күрә. Бөгөнгө мәҡәлә лә шундай ғаиләләрҙең береһе - Шлычковтар тураһында.

Йорт эсе бала тауыш-тарынан геү килә. 11 йәшлек Владиславҡа иң ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән - ни тиһәң дә өс һеңлеһенә ағай бит ул! Өс йәшлек игеҙәктәр Эмилия менән Юлия бирелеп ҡурсаҡ уйнай, ә бер йәше саҡ тулған Есения ағай-апайҙарынанан ҡалышмай, араларында “ҡайнай”.
Егет менән ҡыҙ күрше йорттарҙа ғына йәшәгән, бер мәктәптә уҡығандар. Уларҙың ябай дуҫлығы тора-бара ысын мөхәббәткә әйләнә.
- Армиянан һуң осраҡлы ғына урамда күрештек. Таныштар булғас, һөйләшеп торҙоҡ. Шунан эшкә тиклем оҙатып ҡуйырға тәҡдим итте. Һуңғараҡ ҡаршы ала башланы. Яйлап аралар яҡынайҙы, бер-беребеҙгә ғашиҡ булғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, - ти Эльвира Марат ҡыҙы йылмайып.
Йәш ғаилә йорттарында сабый тауышы яңғырауын нисек кенә теләһә лә, был бәхет уларға бик көттөрөп килә. Йәшәгәндәренә һигеҙ йыл тигәндә генә улдары ауаз һала. Уға иптәш, туған кәрәклеген яҡшы аңлаған пар икенсе сабыйҙарының донъяға килеүен ялбара Хоҙайҙан. Әммә...бында ла яҙмыш уларҙы сыҙам-лыҡҡа, түҙемлеккә һынай. Һәм, ниһайәт, һигеҙ йылдан һуң ғына ғаиләләре ишәйә - тормоштарына ҡот, йәм өҫтәп игеҙәк ҡыҙҙары тыуа.
- Йөрәк аҫтында ике яралғы йөрөтөүем икенсе тапҡыр УЗИ-ға барғандан һуң асыҡланды. Был турала туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ ғына белде. Дөрөҫөн әйткәндә, кем булыуы беҙҙе бер ҙә борсоманы, ә иң мөһиме - уларҙың һау-сәләмәт булып тыуыуы ине, - ти әсә.
Сабырлыҡтар, ауыр-лыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгәндәре өсөн яҙмыш уларға тағы бүләк әҙерләй - былтыр ҡыҙҙары Есения тыуа. Бөгөн Шлычковтар - дүрт бала ата-әсәһе.
Ҡыҙҙар береһенән-береһе бәләкәй, нисек өлгөрөшәһегеҙ, тип ҡы-ҙыҡһынам.
- Әлбиттә, еңел бул-ды тип әйтә алмайым. Ҡыҙҙарыбыҙҙың йәш араһы, ысынлап та, бик бәләкәй. Туғандарыбыҙ, әхирәттәрем, үҙҙәренең мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте. Кемдер эшкә киткәнсе кереп сыға, бәғзеләре - ҡайтҡас. Ата-әсәйҙәребеҙ ҙә һәр саҡ яныбыҙҙа. Беҙ уларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Яныңда һине аңлаусы тормош иптәшеңдең булыуы ла ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, килә-сәккә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итә. Ирем - ҙур таянысым. Мине аңлап, ярҙам итеп кенә тора. Һәм, әлбиттә, улыбыҙ Владислав - иң ҙур терәк, - ти ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатын.
- Өс бала тураһында хыяллана инек, әлбиттә. Әммә дүрт бала атаһы булырмын тигән уй башыма ла инеп сыҡманы (көлә). Был, әлбиттә, беҙгә үтә лә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Бала табыу - бер, уларҙы кешелекле, ғәҙел итеп тәрбиәләп үҫтерергә лә кәрәк бит әле. Вахтала сағымда кәләшем балалар менән бер үҙе тороп ҡала. Өҙгөләнәм, әлбиттә. Әммә шунһыҙ ҙа булмай. Ир кеше ғаиләне төп туйындырыусы булырға тейеш. Ярҙам итеп торған ата-әсәйҙәребеҙгә, яҡындарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Өйҙә саҡта һәр нәмәлә булышырға тырышам: һауыт-һабаны ла йыуам, өй ҙә йыйыштырам. Йоҡо алдынан балаларға әкиәт тә уҡыйым. Беҙҙең ғаиләлә мәшәҡәттәрҙе бүлеп ҡарау юҡ, - ти ғаилә башлығы Павел.
Улдары Владислав 4-се класта белем ала, Эмилия менән Юлия балалар баҡсаһына йөрөй. Ата-әсәһенең һүҙҙә-ренсә, уларға унда бик оҡшай. Кисен ҡайтып, көндө нисек үткәреүҙәре тураһында һөйләйҙәр. Игеҙәктәр булһалар ҙа, уларҙың икеһе ике төрлө. Айырыуса Эмилия асыҡ, аралашыусан, тәртип һөйөүсән, әсәһенең төп ярҙамсыһы. Хатта ҡайҙа нимә ятҡанын да яҡшы белә. Әсәһенә кәрәк әйберҙе “һә”, тигәнсе килтереп бирә. Юлия - кәрәген генә һөйләй, һүрәт төшөрөргә ярата, музыкаға әүәҫ. Икеһе лә, күпселек ҡыҙҙар кеүек үк, ҡурсаҡ уйнарға ярата. Есения әлегә әсәһе менән өйҙә. Үтә шуҡ ҡыҙыҡай, бер йәше саҡ тулыуға ҡарамаҫтан, теле асыла башлаған да инде, миңә лә «хәбәр»ен теҙеп өлгөрҙө.
Эльвира Марат ҡыҙы «Сәнғәт үҙәге»ндә эшләй, баянда, аккардеонда уйнарға өйрәтә. «Сударуш-ка» рус халыҡ музыка ҡоралдары халыҡ ан-самбленә лә йөрөй. Декрет ялында булыуына ҡарамаҫтан, ансамблдә сығыш яһауын дауам итә.
- Эшемде, уҡыусыла-рымды бик яратам. Ҡайһы саҡта кистәрен дә аккардеонды ҡулыма алам. Ҡыҙҙар тәүҙә тыңлай, һуңынан йыр, бейеүгә күсә. Бына шулай күңелле беҙҙең ғаиләлә, - ти Эльвира Шлычкова.
Күп балалы ғаилә булараҡ, Шлычковтар тейешле дәүләт ярҙамы-нан да файҙаланған - әсәлек капиталын алғандар, әле ипотека процентын кәметеүгә ға-риза яҙғандар.
- Ғаилә - геройҙары күп булған айырым бер донъя ул. Унда бер-береһен хөрмәт иткән ата-әсәй, олатай-өләсәй-ҙәр, апай-ағайҙар ҙа инә. Балаларыбыҙға ла туғандарҙың ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтергә тырышабыҙ. Бергә йыйы-лып, ғаилә байрамдарын үткәреү изге йолаға әүерелгән. Үҙебеҙ ҙә, ғәзиз-дәребеҙ ҙә яҡындары-быҙҙың килеүенә һәр ваҡыт шат, - тип һүҙен тамамланы Шлычковтар.
Ҡайтырға сығып, апаруҡ юл үткәс тә әле, шат бала-саға тауыштары ҡолағыма ишетелгән кеүек ине.
Читайте нас: