газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
24 Ғинуар 2020, 11:11

Балалы ғаиләләргә ярҙам төрҙәре

Бала тыуыуы - оло бәхет. Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, тиҙәр. Хөкүмәттән дә ата-әсәгә бәләкәстәрҙе лайыҡлы тәрбиәләү өсөн аҡса бүленә. Йәш ғаиләләргә беренсе, икенсе, өсөнсө бәпестәре донъяға килгән осраҡта, ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған? Бөгөн ошо хаҡта белешмә бирергә булдыҡ. Был һанда һүҙебеҙ беренсе балаға тәғәйен ярҙам хаҡында булыр.

* Бала тыуғас барлыҡ ғаиләләргә 20 101, 69 һум күләмендә бер тапҡыр пособие түләнә. Ул баланың атаһының, йә әсәһенең эшенән бирелә. Эшләмәгән хәлдә, документтарҙы Халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына, күп функциялы үҙәккә, йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшырырға мөмкин.
* Барлыҡ ғаиләләргә лә бала ҡарау буйынса 3 769,07 һум йәки эшләгән кешеләрҙең эш хаҡының 40 проценты күләмендә (иң күбе 26 мең һум) ай һайын түләнә торған пособие тейеш. Ул баланы ҡараусы ата-әсәнең береһенә сабыйға 1 йәш тә 6 айға тиклем тәғәйенләнә. Был аҡсаны ата-әсә лә, шулай уҡ баланы ҡараусы башҡа яҡын туғандар ҙа алыуы мөмкин.
* Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙеүсе әсәйҙәр махсус аҙыҡ-түлеккә дәғүә итә ала. Буласаҡ әсәйҙәр аҙыҡтарҙы ауырлыҡ буйынса иҫәпкә ҡуйылғандан алып бала тыуғансы, ә имеҙеүсе әсәләр балаларына алты ай тулғансы ала.
* Сабый тыуғандан алып өс йәше тулғансы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай балалар туҡланыуы биреү ҡаралған. Балалар туҡланыуына ҡараған аҙыҡ йыйылмаһын дауаханала һәм һөт кухняларында алырға мөмкин.
* Ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләр балалар лагерҙарына һәм шифаханаларына путевка алыуға хоҡуҡлы. Путевканы юллау өсөн ғаризаны “Ял һәм һауыҡтырыу өлкәһенә мохтаж һәм улар менән файҙаланыусы республика балалары һәм үҫмерҙәре иҫәбенең берҙәм системаһы” мәғлүмәт системаһында ҡалдырырға йәки урындағы мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә крәк.
* Уллыҡҡа алған ғаиләләргә бер тапҡыр 466 614 һум, ә инвалид баланы уллыҡҡа алыусыларға ошо суммаға тағы ла 100 мең һум өҫтәлеп бирелә. Уны юллау өсөн халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әсәлек капиталынан айырмалы рәүештә, был пособие һәр уллыҡҡа алынған балаға бирелә һәм уны торлаҡ алыуға, дауалауға һәм уллыҡҡа алынған баланың белем алыуына тотонорға мөмкин.
* Адреслы социаль контракт нигеҙендә социаль ярҙам. Был төр ярҙам аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған, опекаға алыусы, инвалид бала тәрбиәләгән, ата-әсә инвалид булған ғаиләләргә тейеш. Үҙ эшеңде асыу өсөн 100 мең, шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн 50 мең, һөнәри уҡыу өсөн 15 мең һум биреү ҡаралған.
* 18 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ай һайын 225 һум түләнә.
* Ата-әсәнең икеһе лә рәсми рәүештә эшләгән булһа, улар беренсе һәм икенсе балаға 1400 һум күләмендә һалым ҡайтармаһына иҫәп тота ала.
* Бөтә ғаиләләр ҙә тәүге балалары өсөн балалар баҡсаһына түләгән ваҡытта компенсацияға хоҡуҡлы. Ул ата-әсә түләүенең 20 процентын тәшкил итә.
* 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып ғаиләләрҙә беренсе бала тыуһа (уллыҡҡа алынһа) һәм ғаиләнең килеме 1,5 йәшәү минимумынан, ә 2020 йылдан ике йәшәү минимумынан кәм булһа, ай һайын 9 789 һум түләнә. Был түләү балаға өс йәш тулғансы бирелә.
Читайте нас: