Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Ғинуар 2020, 11:29

Йырлап йәшәйек

Бөгөн сәхнәгә үрләүселәр бик күп. Әммә эстрада йырҙары менән бер рәттән халыҡ ынйыларын берҙәй күргәндәр, уның ҡәҙерен белгәндәр генә ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яулай. Ана шундайҙарҙың береһе Тимур Рамазанов (Тимур Рамазан) “Йәшәйек” тип аталған концерты менән республика буйлап гастролгә сыҡҡан. Салауат тамашасылары уны 22 ғинуарҙа күрә һәм ишетә аласаҡ.

Ул нисек сәнғәт донъяһына килеп юлыҡҡан? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Тимур үҙе асыҡлыҡ индерә.
- Тимур, гәзит уҡыусыларын үҙең менән таныштырып үтһәңсе?
- Баймаҡ районында Басай ауылында тыуғанмын, ата-әсәйемдәр шунда йәшәй. Бәләкәйҙән оҙон көйҙәргә йырҙар башҡарырға яраттым, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Мәктәптә уҡығанда “Ирәндек моңдары”нда үҙемде уңышлы һынаным. Унан мине F.Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназияһына уҡырға саҡырҙылар. Шулай итеп, Өфөгә һәм сәнғәт юлына барып эләктем. Аҙаҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына вокал бүлегенә уҡырға индем. Беренсе курсты тамамлағас, актерҙар бүлегенә күстем, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичевала уҡып сыҡтым. Беҙҙә эш булмағас, Ҡазанға саҡырғайнылар. Кейемдәрҙе йыйып бөтөп тигәндәй йөрөгәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт ағай Нәҙершин шылтарытып: “Әйҙә әле иртәгә килеп сыҡ беҙгә, һиңә бер урын булырға тейеш”, тип үҙенә саҡырҙы. Шулай итеп, мине Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Ҡарауанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнә эшкә алдылар. Унда 6 йыл эшләнем.
- Ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштың, еңеүҙәрең хаҡында ла һөйләп кит әле?
- “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй”, “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо”, Хакасияла үткәрелгән “Ут йыры”, Улан-Удэла, Ҡаҙағстанда һәм башҡа тарафтарҙа үҙемде һынап ҡараным. Башлыса беренсе, икенсе урындар яуланым.
- Тимур, белеүебеҙсә, һин әле гастролдәр менән йөрөйһөң.
- Үткән йылдың 1 сентябрендә филармонияла үҙемдең шәхси төркөмдө төҙөнөк. Бының өсөн БР Мәҙәниәт министрлығына, етәкселеккә ҙур рәхмәт. Сәхнәгә сығыу өсөн заманса ҡорамалдар алынды. Составта ике алып барыусы Илмира Юлдашева, Фәрхәт Ғәйнетдинов, скрипкасы Резана Актаева, вокалда Сабина Кучаева. Ошо коллектив менән үткән йылдың октябренән алып Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөйбеҙ. Тәүҙә минең тыуған яҡтарҙа булдыҡ. Аҙаҡ Ырымбурҙа ла гөрләтеп концерттар үткәрҙек, унан аншлаг менән ҡайттыҡ. Һәр ерҙә беҙҙе алҡышлап ҡаршы алалар, зал тулы тамашасы. Һарытау, Силәбе, Һамар, Ҡурған яҡтарына ла саҡыралар, февраль-март айҙарында ошо тарафтарға юлланасаҡбыҙ.
- Репертуарыңдағы йырҙар нисек һайлана? Уларҙың бөтәһе лә халыҡтың күңелен яуларҙай йырҙар…
- Ҡатын-ҡыҙҙарға, тыуған ер, тыуған яҡ, мөхәббәткә арналған этник, эстрада, ретро йырҙар күп. Репертуарҙа үҙем ижад иткәндәре лә бихисап. Күңелемә ысынбарлыҡ тормош, һүҙҙәре аңлап башҡарылған йырҙар яҡын. Тоҙһоҙ, мәғәнәһеҙ шиғыр һүҙҙәре йөрәккә ятмай. Шуға ла әлеге концерт прог-раммабыҙ “Йәшәйбеҙ” тип атала.
- Халыҡ йырҙарын үҙ итәһеңме?
- Эйе, халыҡ йырҙарын да берҙәй башҡарам. Мәҫәлән, Ҡаҙағстанға донъя кимәлендә үткән ярышҡа башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты алып барҙым. Унда сәхнәлә ҙур экранда «3 D» форматында Башҡортостан тәбиғәте һынландырылды. Бик ныҡ әҙерләнгәйнек. Беренсе урын яулап ҡайттым. Әлбиттә, башҡорт халыҡ йырын башҡарыу ҙур яуаплылыҡ, ныҡлы әҙерлек талап итә.
- Ғаиләң менән таныштырып китһәңсе?
- Өйләнгәнмен, ҡатыным - журналист, Алтынай, Айсулпан исемле ике ҡыҙыбыҙ бар.
- Тимур, һиңә ижади уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: