газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Ғинуар 2020, 11:00

Бәхет татыулыҡты ярата

Ишле ғаилә - ил ҡото, тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Был, ысынлап та, шулай. Улар - илдең терәге лә, бөгөнгөһө һәм киләсәге лә.Әлфиә менән Илдар Баймырҙиндар 25 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр. Бәхетле ғаиләлә өс бала - ҡыҙҙары Зөлфиә, улдары Айбулат һәм Айрат үҫә.

Йәштәр икеһе лә Ишембай районынан. Элек мәктәп уҡыусыларын колхозға эшкә саҡырырҙар ине. Бына шунда таныша ла инде улар. Илдар Әлфиәгә күҙ һала, ҡыҙ ҙа егеткә ҡарата битараф булмай. Шулай танышып осраша, дуҫлаша башлайҙар. Егет армияға барып ҡайта, ҡыҙ Стәрлетамаҡ училищеһына юллана. Һуңғы курста уҡығанда һөйгәне тәҡдим яһай. Ғаилә бына шулай ярала. Тик уларға биш йыл бергә йәшәгәндән һуң ғына ата-әсә булыу бәхете йылмая.
- Беренсе балабыҙ - ҡыҙыбыҙ Зөлфиә бик көттөрөп тыуҙы. Сабыйлы йорт - ҡотло йорт, тиҙәр. Биш йыл йәшәп тә, балабыҙ булмауына бик бошондок. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң тиҙәрме, йөккә уҙҙым. Табиптың «Һеҙҙең бәпесегеҙ буласаҡ», тигән һүҙҙәрен ишеткәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Ундағы тойғоларҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Күҙемдән йәш аға, ә мин - йылмаям. Ҡайтып еткәнсе иланым. Иптәшемдән һөйөнсө алдым, - тип әле лә күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы Әлфиә Баймырҙина, ҡыҙы Зөлфиәнең башынан наҙлы ғына һыйпап. Икенсе улдары Айбулат та биш йыл үткәндән һуң ғына донъяға килә. Ул ваҡытта Зөлфиә мәктәпкә бармаған була әле.
- Ата-әсәйемдең икеһенең яғынан да туғандарыбыҙ бик күп. Айбулат ҡустымды бала табыу йортонан алып ҡайтҡан көн һаман да иҫемдә. Бер өйөм бала-саға биләүҙәге бәләкәс кенә туғанымды һырып алғандар. Миңә хатта сират та етмәй. «Ҡустымды миңә лә күрһәтегеҙ әле», тип илап ебәргәнемде яҡшы хәтерләйем, - ти ике ҡустыға апай булыу бәхете тейгән Зөлфиә.
Ә бына өсөнсө улдары Айрат ағаһына өс йәш тигәндә донъяға килә.
- Өсөнсөгә балаға уҙыуымды белгәс, иң тәүҙә иптәшем менән кәңәшләштем. Илдар бер һүҙһеҙ риза булды. Ул ваҡытта әле үҙ фатирыбыҙ ҙа юҡ ине. Әммә бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, Айрат улыбыҙға ғүмер бирҙек. Сөнки балалар - тормоштоң йәме. Аллаға шөкөр, хәҙер үҙ мөйөшөбөҙ бар. Балаларыбыҙ ҙа үҫеп бөттө, - тип һүҙен дауам итте бәхетле әсә.
Шунда беҙҙең һөйләшкәнде ипле генә тыңлап ултырған Илдар Ишбулды улы ла һүҙгә ҡушылды.
- Үҙебеҙ күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, беҙгә ошолай күмәкләшеп йәшәүе күңелле. Иң мөһиме, ғаиләлә татыулыҡ булырға тейеш. Баланың тәрбиәһе тап ошо усаҡта башлана бит. Ояһында ни - осҡанында шул, тиҙәр. Уларға үрнәк булып торорға тейешбеҙ. Зөлфиәбеҙ ситтә уҡый, аҙна буйы өйҙә булмай. Уның ҡайтыуын күмәкләшеп һағынышып көтәбеҙ, әсәһе тәмлекәстәр бешерә. Бергә йыйылышыу менән өйөбөҙ йәмләнеп, түңәрәкләнеп китә. Шулай өйрәнгәнбеҙ, - ти Илдар Баймырҙин.
Был күп балалы ғаиләнең мөхәббәт менән һуғарылыуы әллә ҡайҙан һиҙелә. Балалар ата-әсәһенә ҡарата үтә лә иғтибарлы, өс бер туғандың да аралары ныҡ. Апай, туғаным, ҡустым тип кенә өндәшәләр бер-береһенә.
- Тормош булғас, төрлө хәлдәр булғандыр. Әммә ғаилә усағын һүндермәй, уға ялҡын өҫтәп йәшәй беләгеһеҙ. Татыулыҡтың сере нимәлә? тип һорайым Баймырҙиндарҙан.
- Аңлашып, уртаҡ фекергә килеп йәшәйбеҙ. Сетерекле хәлдәр була ҡалһа, тыныс ҡына хәл итәбеҙ. Иң мөһиме, сабыр, татыу булырға кәрәк. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлағас, тормошта йәшәүе еңелерәк. Балаларҙы ла шуға өйрәтәбеҙ, - тине улар.
Зөлфиә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын-да белем алһа, егеттәр 25-се башҡорт гимна-зияһында уҡый. Айрат баян түңәрәгенә, боксҡа йөрөй. Ярайһы ғына миҙалдар алып ҡайтып, уңыштары менән ғаиләһен ҡыуандырырға ла өлгөргән. Айбулаттың әле төп дәүләт имтихандарына әҙерләнгән мәле. Уларҙың әле үк үҙ хыялы, маҡсаты бар. Зөлфиә ғилми-тәбиғи факультетта уҡып йөрөй, киләсәктә кол-ледж, техникумдарҙа студенттарға белем бирәсәкмен, ти. Айбулат нефтсе булырға хыялланһа, Айрат үҙен бизнесмен итеп күрә.
- Күп итеп аҡса эшләйәсәкмен, ата-әсәйемә киң, иркен йорт һаласаҡмын. Шул йортта бергәләп рәхәтләнеп йәшәйәсәкбеҙ, - ти матур хыяллы егет.
Был ғаиләләге тағы бер нәмәгә иғтибар итмәй булдыра алманым - бөтәһе лә саф башҡортса һөйләшә.
Илдар менән Әлфиәнең бер-береһенә ҡарата булған мөхәббәте лә асыҡ һиҙелә.
- Кәләшемдән уңдым. Бар яҡлап та өлгөр. Балалар тип йән атып тора, төплө аҡыллы ҡатын, тәмле бешерә, ғөмүмән, йорт усағын һаҡлаусы ул, - ти Илдар.
- Ә Илдарым - бик изге күңелле кеше. Ярай әле ул юлымда осраған. Уның менән бик бәхетлемен. Үҙе мәркәсел, күңелдәрҙе күтәрә белә. Атай - беҙҙең ғаиләлә төп кеше. Балаларға ҡысҡырмай, әйтһә ипле итеп, бер генә әйтә. Атай һүҙенән сығыу юҡ беҙҙә, - ти Әлфиә тормош иптәшенә ҡарата һөйөүен йәшермәй.
Әйткәндәй, Әлфиә Сәйфулла ҡыҙы 53-сө балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Кескәйҙәрҙе яратмайынса был өлкәлә эшләп булмайҙыр ул.
- Ғүмеремдең һәр мәле балаларға бәйле. Улар өйҙә лә, эштә лә көтөп тора. Һайлаған һөнәремә үкенмәйем, бик яратам бәләкәстәрҙе. Шуның менән бәхетлемен дә. Бөтә тормош йәме - балаларҙа, тип ышаныслы әйтә алам, ти ул.
Тоғролоҡ, татыулыҡ, сафлыҡ бөркөлгән был ғаиләнән йылы тәьҫораттар менән ҡайтырға сыҡтым.
Читайте нас: